Июль аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиум ағзалары Урал аръяғының ауылдарының әүҙемселәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Осрашыуҙар Әбйәлил районының Асҡар, Амангилде, Хәлил һәм Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Сыңғыҙ, Ярат ауылдарында үтте. Беренсе осрашыу Әбйәлил районы хакимиәтенең ултырыштар залында үтте. Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары – йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, «Башнедра» фонды президенты, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов; журналист, дин әһеле Морат Лоҡманов; Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин; яҙыусы, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуға Асҡарҙан һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан йәмәғәтселәр, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре килде. Сараның төп маҡсаты быйыл үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышы менән таныштырыу, башҡорт халҡының һәм туған телдең тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә бәйле көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау булды. Осрашыуҙар барышында Эльвира Айытҡолова 2019 йылда, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары менән таныштырҙы. “Бөгөнгө милли йәмәғәт ойошмалары алдында илдең милли төрлөлөгөн һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу менән бергә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу буйынса мөһим бурыстар тора”, – тип билдәләне ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йылдан йыл ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра. Миҫал өсөн, Башҡорт теле көнөн алайыҡ. Ул 2020 йылдан йыл һайын 14 декеабрҙә, данлыҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә һәм халыҡ араһында яратып ҡаршы алынған байрамдарҙың береһенә әүерелде. Был дата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән барлыҡҡа килде, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 29 октябрендә махсус Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ, республикала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма барлыҡҡа килде, полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары буйынса махсус проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Биш йыл эсендә башҡорт халҡының, республиканың һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергән күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды. Ошо маҡсаттарға, шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан аҡса йәлеп ителде. Һүҙ арҙаҡлы милләттәштәребеҙгә ҡуйылған бюстар, һәйкәлдәр асыу, мемориаль таҡталар ҡуйыу, китаптар баҫтырыу, урамдарҙың, мәктәптәрҙең исемен биреү тураһында бара. Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм артабан генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү иң күләмле эштәрҙең береһе булды, тип билдәләне эльвира Ринат ҡыҙы. Унан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус китап сығарған, баҫмаладанлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемлеге тупланған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыны рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне. Документ Башҡортостан Башлығы бойороғо буйынса 2020 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән. Ул БР Фәндәр Академияһы ғалимдары тарафынан тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов етәкселегендә эшләнгән. Документтың төп маҡсаты – дәүләттең мәнфәғәттәрен, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡының үҫеше, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу. – Осрашыуҙар, һис шикһеҙ, мөһим, көнүҙәк. Халыҡтың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эше тураһында хәбәрҙар булыуы, беҙҙән балалар өсөн видеопродукция һәм китаптар һанын арттырыу, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам көтөүе күренеп тора. Кесе быуындың башҡорт телен белеү, өйрәнеү проблемаһы, һис шикһеҙ, иң көнүҙәктәрҙең береһе һәм беҙ бергәләп хәл итеү юлдарын табырға тырышасаҡбыҙ”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юлдаш Мөхәмәт улы. Оҙайлы осрашыуҙарҙың күп өлөшө халыҡтың һорауҙарына һәм тәҡдимдәренә бағышланды. Юлдарҙың торошо, социаль учреждениеларҙы ремонтлау, медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса һорауҙарҙан тыш, һәр ерҙә йышыраҡ туған телде һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре яңғыраны. Оҙаҡ йылдар Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова, мәҫәлән, бөгөн ошо фәндәр буйынса дәреслектәр балалар тарафынан ҡабул итеү өсөн бик ҡатмарлы булыуын таныны. Уның тәҡдиме – башҡорт теле буйынса сағыу, яҡшы яраҡлаштырылған дәреслектәр әҙерләү менән ҡыҙыҡһынған республиканың педагог-практиктарынан ижади команда ойоштороу. Уның һүҙҙәрен Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлйөҙөм Сафина ҡеүәтләне һәм балаларға туған телде өйрәнеүҙә ярҙам итерлек методик материалдарҙың аҙ булыуын әйтте. "Туған телгә һөйөү тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнә һәм балалар өйҙә, ата-әсәләрҙән башҡортса һөйләшергә өйрәнергә тейеш. Ҡулдан килгәнде, тәүге сиратта, үҙебеҙ эшләйек (был һәммә ғәмәлдәргә ҡағыла), тәртип тупһанан башлана», – тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға яҙыусы, Тупаҡ ауылында йәшәүсе Марсель Хамматов. Дини мәғрифәтселек мәсьәләләре буйынса ла бик күп һорауҙар булды. Был тема буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, популяр журналист һәм «Йома» программаһын алып барыусы Морат Лоҡманов төплө аңлатма бирҙе. – Нисек кенә булмаһын, киләсәк быуынды хәстәрләп, беҙ үткәндәрҙең прогрессив фекеренә, төрлө заман һәм быуындарҙың тормош тәжрибәһенә, халыҡ философияһына, донъяға традицион ҡараш нигеҙен тәшкил иткән ғәмәлдәргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ата-бабаларҙың тарихын һәм мәҙәниәтен белмәгән халыҡ рухи яҡтан бөтөүгә дусар ителгән. Был яҡшы таныш хәҡиҡәт бөгөн яңы көс менән яңғырай. Шуға ла традицион халыҡ мәҙәниәте нигеҙҙәрен, мәҙәни киңлекте үҙләштереүҙең мең йыллыҡ тәжрибәһен, уны киләсәк быуындарға тапшырыу, милли характерҙы тергеҙеү механизмдарын аңлау зарурлығын билдәләйбеҙ. Бөгөн дини мәҙәниәттәр тураһында белем биреү балаларыбыҙҙың аң даирәһен киңәйтеүҙә генә түгел, шулай уҡ мәҙәни-ара һәм конфессия-ара диалогҡа әҙер булған Рәсәйҙең лайыҡлы гражданын формалаштырыуҙа ла мөһим роль уйнарға тейеш тигән уй тыуҙы”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Морат Нәжиб улы йәмәғәтселек менән осрашыуҙарҙа. Районда башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусылар өсөн шәхси премияһын булдырған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүҡинур Сафина Амангилде ауылындағы осрашыуҙа, хәҙерге йәмғиәттә туған телде юғалтыу проблемаһы бик киҫкен тора, тип билдәләне. – Балаларҙың ата-әсәләр менән бәйләнешен нығытырға кәрәк, сөнки хәҙерге донъя уларҙы гаджеттар һәм башҡа мөмкинлектәр ярҙамында бер-береһенән бик алыҫлаштыра. Балалар күп осраҡта үҙ ҡарамағында һәм улар мәғлүмәтте телефон, телевизор аша ала. Виртуаль донъяла йәшәгән кескәйҙәрҙе йәлләйем, ә рухи нигеҙ булмағанда, уҡытыусыларҙың тырышлығы ғына етмәйәсәк. Ауылыбыҙҙа диндар кешеләр күп. Әммә беҙҙә стратегик план булырға тейеш, сөнки тәрбиә имандан башлана. Туған телебеҙҙе һаҡлағыҙ, сөнки һәр кеше өсөн – ул уның күңеле, хис-тойғолары. Тел халыҡтың асылын һәм холоҡ-фиғелен аңларға ярҙам итә. Тел ярҙамында кешене формалаштырыу, уның тирә-яҡ мөхитте һәм үҙ иленең мәҙәни мираҫын танып белеү бара, – тине Фәүкинур Сәлмән ҡыҙы. Амангилде ауылындағы ата-әсәләр төркөмө ауыл өсөн иң киҫкен мәсьәләне ҡуҙғатты – авария хәлендә булыу сәбәпле мәктәп ябылған һәм балалар күрше ауылдарҙа уҡырға мәжбүр, ә яңы мәктәп төҙөү процесын тиҙләтеүҙә ярҙам кәрәк. Районда халыҡ яратҡан “Юлдаш” радиостанцияһының тапшырыуҙарындағы өҙөклөктәр мәсьәләһе лә киҫкен тип иҫәпләнә, сөнки уның яңғырашы ла тел мөхитен формалаштыра. Был йәһәттн, һис шикһеҙ, райондағы тулҡын тапшырғысты яңыртырға кәрәк. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу буйынса ла тәҡдимдәр күп булды. Быйыл конкурста ҡатнашыу теләген бер юлы бер нисә ауылда белдерҙеләр. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе ир-егеттәр йәмғиәте етәксеһе Нур Усманов та, шул иҫәптән, ошо ниәт хаҡында әйтеп үтте. Ул ойоштороу мәсьәләләрендә башланғысты үҙ өҫтөнә алырға әҙер булыуын белдерҙе. Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында йәшәүсе Илнур Яҡупов бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне: йәнле фекер алышыу ауыл халҡы өсөн дә, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре өсөн дә кәрәк. Уның һүҙҙәренсә, Ҡоролтай дөрөҫ йүнәлеш һәм төп маҡсат - башҡорт халҡын берләштереү һәм үҫтереүҙе һайлаған. Экология буйынса киҫкен темалар ҙа тикшерелде. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары ауылдары халҡы менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр асыҡ, даими диалог сиктәрендә мөһим булды, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса советнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов. – Тыуған ерҙәр буйлап сәфәр барышында бик күп таныштарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы осратыуыма, Урал аръяғының тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы буйынса борсоған һорауҙарға яуап биреүемә шатмын, ҡайһы берҙәрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн үҙ контролемә алдым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсих Әғзәм улы. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә республика властарының тәртип урынлаштыра башлауын һәм бының өсөн системалы ҡарарҙар ҡабул итеүен халыҡ белә. Ведомство-ара комиссия формалашыуын ыңғай баһаланылар, уның эшенең һөҙөмтәһе булып намыҫһыҙ сеймал табыу компанияларының 30-ҙан ашыу лицензияһын тартып алыу һәм бәхәсле ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүгә мораториә индереүҙе атарға була. Бындай мәсьәләләр хоҡуҡи майҙанда хәл ителә һәм артабан да хәл ителәсәк. Ә был теманы ижтимағи-сәйәси хәлде үҙгәртеү маҡсатында ҡулланыусылар урындағы халыҡтың митингыларҙа ҡатнашыуына сәбәпсе булғаны һәр кемгә мөғлүм. Осрашыуға шулай уҡ ҡулға алынған егеттәрҙең ата-әсәләре лә ярҙам һәм булышлыҡ итеү тураһындағы һорауҙар менән килгәйне. Әлбиттә, мөрәжәғәттәр ентекле өйрәнеләсәк, һәр береһенең яҙмышы буйынса ҡарар суд тарафынан ҡатнашыусыларҙың йәлеп ителеү дәрәжәһенә ҡарап ҡабул ителәсәк. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау лозунгыһы аҫтында провокаторҙар кешеләрҙе мәғлүмәт һуғышы ҡорбанына әүерелдерҙе. Тикшерелгән мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышаныу, манипуляцияларға бирелмәү кәрәклеге, интеллигенция вәкилдәренең һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙарының роле тураһында иһә Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова әйтеп үтте. – Осрашыуҙар ваҡытында махсус хәрби операция зонаһына барыу хаҡында һөйләнем, сөнки ошо темаға бик күп һорауҙар яңғыраны. Халыҡ бөтә күңеле менән операцияны тиҙерәк тамамлауҙарын һәм яҡташтарының еңеү менән ҡайтыуын теләй, бар көсөбөҙҙө һалып ир-егеттәребеҙгә ярҙам итә. Халыҡ аҡылы буйынса, бал ҡорттары ҡушылһа - күс буласаҡ, ил берләшһә - көс буласаҡ. Ошо һынылыш осоронда берҙәмлек һәм татыулыҡ менән һынауҙарға бирешмәйбеҙ, дәрестәр ҙә алабыҙ, - ти Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғындағы ойошмалар кураторы Хәлил Рәхмәтуллин бөтә осрашыуҙарҙың асыҡ характерын билдәләне: – Алты ауылдан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килгәндәр, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе бәйән иттеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: ауылдарҙа башҡорт халҡының киләсәгенә битараф булмаған кешеләр йәшәй. Социаль-иҡтисади йүнәлешле һорауҙар ҙа күп булды. Улар ҙа яуапһыҙ ҡалмаҫ тип ышанам, – тине Хәлил Юлай улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошо осрашыуға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе: – Ошо өс көндә беҙ ауылы, районы, республикаһы өсөн йөрәге янған, инициатива күрһәтергә әҙер торған йәштәрҙе, ғаиләләрҙе, әүҙемдәрҙе күрҙек. Урындарҙа кешеләрҙең беҙҙе һәр саҡ көтөүенә, эшебеҙҙе белеүенә, беҙҙең проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә республика етәкселеге менән берлектә өйрәнеләсәк, сөнки дәреслектәр сығарыу, клубтарҙы ремонтлау, радио һәм телевидение тапшырыуҙары кеүек мәсьәләләр финанс сығымдары талап итә. Унда, һәр ваҡыттағыса, хуплау табырбыҙ тип ышанам, сөнки маҡсаттарыбыҙ уртаҡ – башҡорт халҡының үҫешен һәм именлеген тәьмин итеү, шулай уҡ милләт-ара татыулыҡты һаҡлау. VI Съезға тиклем Башҡортостан райондарында, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә бындай осрашыуҙар үткәрергә ваҡытыбыҙ бар, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: “Маҡсатыбыҙ уртаҡ - башҡорт халҡының үҫешен һәм именлеген хәстәрләү, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау”
5 августа 20245 авг 2024
10 мин