Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беҙҙең республикала насар юлдар булмаҫҡа тейеш!

Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған юлдар 49,6 мең километр тәшкил итә, уларҙа дөйөм оҙонлоғо 85 мең метр булған күперҙәр урынлашҡан. Юлдарҙы норматив хәлдәргә килтереү бөгөнгө көндөң төп талаптарының береһе булып тора. Уларҙың үтәлеш кимәле транспорт хәрәкәтен дә тиҙләтәсәк һәм хәүефһеҙерәк итәсәк, үткәреү һәләтен дә яҡшыртасаҡ. Өфө ҡалаһында аэропорт яғына сығыу юлы иң ҡатмарлы урындарҙың береһе булыуын дауам итә. Дуҫлыҡ монументы районында Воровский урамы осондағы күперҙәрҙән тәүлегенә 90 мең самаһы автомобиль үтә, ә был иһә – Өфөгә ингән транспорттың яртыһын тәшкил итә һәм был күлемде хатта Мәскәү ҡулсалы автомобиль юлы менән сағыштырырға ла мөмкин. Йома көнө кис ҡаланан сыҡҡанда һәм йәкшәмбе кис баш ҡалаға ингән ваҡыттарҙа Өфө – аэропорт трассаһында барлыҡҡа килгән етди тығындар хәҙер ғәҙәти хәлгә әйләнде. Хәҙер Ағиҙел аша 1956 йылда төҙөлгән автомобиль юлында реконструкция бара, һөҙөмтәлә был юлда ҡалаға ингән һәм сыҡҡан урында 12 полоса барлы

Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған юлдар 49,6 мең километр тәшкил итә, уларҙа дөйөм оҙонлоғо 85 мең метр булған күперҙәр урынлашҡан. Юлдарҙы норматив хәлдәргә килтереү бөгөнгө көндөң төп талаптарының береһе булып тора. Уларҙың үтәлеш кимәле транспорт хәрәкәтен дә тиҙләтәсәк һәм хәүефһеҙерәк итәсәк, үткәреү һәләтен дә яҡшыртасаҡ. Өфө ҡалаһында аэропорт яғына сығыу юлы иң ҡатмарлы урындарҙың береһе булыуын дауам итә. Дуҫлыҡ монументы районында Воровский урамы осондағы күперҙәрҙән тәүлегенә 90 мең самаһы автомобиль үтә, ә был иһә – Өфөгә ингән транспорттың яртыһын тәшкил итә һәм был күлемде хатта Мәскәү ҡулсалы автомобиль юлы менән сағыштырырға ла мөмкин. Йома көнө кис ҡаланан сыҡҡанда һәм йәкшәмбе кис баш ҡалаға ингән ваҡыттарҙа Өфө – аэропорт трассаһында барлыҡҡа килгән етди тығындар хәҙер ғәҙәти хәлгә әйләнде. Хәҙер Ағиҙел аша 1956 йылда төҙөлгән автомобиль юлында реконструкция бара, һөҙөмтәлә был юлда ҡалаға ингән һәм сыҡҡан урында 12 полоса барлыҡҡа киләсәк. Әммә был ғына проблеманы хәл итә алмаясаҡ, сөнки Өфөнән аэропортҡа илткән алты полосалы юл тар ағым булып ҡалыуын дауам итә, бигерәк тә уның М-5 трассаһы янындағы айырсаһын киңәйтеү мөмкин түгел. Ошо йүнәлештәге көсөргәнешлекте күметеү маҡсатында Кузнецов затоны йүнәлешендә “Көньяҡ ҡапҡаһы” проекты тормошҡа ашырыла, ә “Өфөнө көньяҡтан урап үтеү юлы” уның дауамы буласаҡ. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Насар юлдар – ысын бәлә ул, халыҡтың асыуына тейә. Беҙҙең республикала насар юлдар күренеш сифатында ла булмаҫҡа тейеш! Өфөнөң географияһын һәм ландшафтын иҫәпкә алғанда, был ҡалалағы теләһә ҡайһы юл һәм күпер хәл иткес әһәмиәткә эйә, сөнки беҙҙең мегаполисты өс йылға уратып алғанын беләбеҙ бит. “Көньяҡ ҡапҡа” ҙур эштең башы булып тора. Ағиҙел аша Кузнецов затонынан урындағы юлдарҙы “Мега” сауҙа комплексы менән тоташтырасаҡ күперҙе төҙөмәһәк, был ҡапҡа булмаясаҡ та. Ә ул транспорт ағымын бүлгеләргә, ҡалаға Воровский урамы осонда ингән урындағы көсөргәнешлекте кәметергә ярҙам итәсәк. Был киң масштаблы проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабында Пугачев урамын реконструкциялау башҡарыла – автомбилдәр хәрәкәт иткән юлда алты полоса булдырыла. Бер үк ваҡытта Пугачев урамын Эске эштәр министрлығы мәктәбе районы менән тоташтырасаҡ Генерал Горбатов урамы юлы һалына. Улар киҫешкән урында күп кимәлле транспорт айырсаһы төҙөләсәк. Ышаныслы булһын өсөн унда ҡорос конструкцияларҙың күпер аркалары бер-береһе менән тоташтырыласаҡ. Өфөнән сыҡҡан урында яңы юл инфраструктураһы булдырыу менән бергә ҡаланың эшлеклелек районында – Үҙәк баҙар янындағы транспорт ҡулсаһын реконструкциялау ҙа планлаштырыла. Бында бер нисә әүҙем хәрәкәт йүнәлештәре киҫелешеп үтә һәм ул күптән инде ҡаланың ҡатмарлы урыны, хәрәкәт барышындағы “конфликт нөктәләре” булып тора, һөҙөмтәлә хәүефһеҙлек һәм үткәреү һәләте кәмей. Быйыл яҙ Өфөнөң Баш архитектура идаралығында муниципалитет һәм Дәүләт автоинспекцияһы белгестәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ошо ҡулсаны төҙөкләндереү һәм уға бәйле хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү тикшерелде. Константин ПАППЕ, Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш, юл ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы етәксеһе: – “Көньяҡ ҡапҡаһы” проекты тормошҡа ашырылғас та ҡала оҙонлоғо 6,5 километр тәшкил иткән транспорт коридорына эйә буласаҡ. Төҙөлөш барышында ошо майҙансыҡҡа эләккән күсемһеҙ милекте һатып алыуҙа, юҡҡа сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар булды. Ундай милекселәр бөтәһе 441 кеше ине, бөгөнгә дүрт объект ҡалды, уларҙың яҙмышы суд аша хәл ителә. Ошо эштең тағы бер үҙенсәлеге – юл һалғанда 10 километр самаһы оҙнлоҡтағы инженерлыҡ коммуникацияларын күсерергә тура килеүе. Объекттың дөйөм әҙерлеге – бөгөнгә 65 процент, йыл аҙағына төҙөлөш тулыһынса тамамланырға тейеш. Автор фотоһы.