Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ–түлектең өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Бигерәк ит ризыҡтарына, атап әйткәндә, ярымфабрикаттарға иғтибар арта. Берҙән, тиҙ әҙерләнһә, икенсенән сифатлы һәм хәләл булыуы менән дә алдыра. “Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал”, “Башҡортостан продукты” кеүек программаларҙың булыуы, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелеүе лә һатып алыусыларҙы үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирергә ярҙам итә. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Нәзирә Кәримова “bahetle” бренды аҫтында ит ризыҡтарын әҙерләү буйынса мини-цех һәм магазин асҡан. Хәләл иттән әҙерләнгән кәтлит, тефтель, билмән, манты, голубцы, яңы ғына үткәрелгән фарш булһынмы, ҡаҙы һәм тултырмамы – барыһы ла тәмле һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Һатыуҙа шулай уҡ самса, өсбошмаҡ, итле бөйөрөктәр ҙә (туңдырылған килеш) һатыла. Алып ҡайт та, бешер генә! Өс кешегә эш урыны булдырған эшҡыуар әҙер продукцияны үҙе һата. Уңған ҡатын–ҡыҙҙар билмәнде үҙҙәре бөгә, манты ла ҡулдан эшләнә, тик ҡамыр ғына махсус станокта баҫыла һәм йәйелә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә 100 килограмға тиклем ярымфабрикант әҙерләй. Вәсилә Тулыбаева, Клара Абдуллина һәм Надира Ғатауллина көндәлек эштәренән бик ҡәнәғәт —Ит мәсьәләһен урындағы фермерҙар менән хәл иттек, улар менән килешеү төҙөлгән, беҙҙәге барлыҡ ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Тиҙҙән “хәләл” сертификаты аласаҡбыҙ, әлегә бөтә етештергән ризыҡтар “bahetle” билдәһе менән һатыла. Күптәр ни өсөн бәхетле башҡортса түгел, тип һорай. Бөтә донъя сауҙа селтәрендә “Бәхетле” билдәһе күптән татар эшҡыуарҙары тарафынан алынған. Кемдәр Татарстанда булған, улар яҡшы белә: унда “Бәхетле” магазины эшләй, “Бәхетле” сәк-сәктәре һатыла һәм башҡалар. Ә беҙҙең ғаилә девизы: тәмле аша, оҙаҡ йәшә һәм бәхетле бул! Эшҡыуарлыҡҡа килеүем дә аңғармаҫтан килеп сыҡты тиһәм дә була. Һин дә мин эшләп йөрөгән саҡта, ҡапыл ҡыҫҡартылыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалдым. Күп тә үтмәй, мәкерле коронавирус пандемияһы башланды. Мин үҙем өйҙә заказ биреүселәргә бәлештәр, торттар, төрлө кондитер изделиелары бешереп һата инем. Ныҡлап был кәсепкә тотоноп киттем, ярайһы эш алға киткән кеүек булды. Үҙем ир ҡатыны һәм ике ул тәрбиәләгән әсә булараҡ, көн дә ғаиләмә итле ризыҡтар бешерәм, үҙем уйлап йөрөйөм: эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын минең кеүек бешеренә алмай, теләһә лә өлгөрө алмауы мөмкин. Ирем менән кәңәшләштем дә ит ризыҡтарынан һәр көн теләгән кеше һатып алырлыҡ ярымфабрикаттар әҙерләргә кәрәк тигән уйға килдем. Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә үҙ бизнес–проектымды тәҡдим иттем һәм улар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса ярҙам итергә вәғәҙәләне. Әлегә бинаны ҡуртымға алдыҡ, киләсәктә уны һатып алырға теләк ҙур. Ит цехы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар, шок-һыуытҡыс, ҡамыр баҫыу һәм йәйеү станоктары, кибет өсөн махсус һыуытҡыстар һатып алдыҡ, был ҡорамалдарҙың ярты хаҡы дәүләт тарафынан финасланырға тейеш, – ти эшҡыуар Нәзирә Мостафа ҡыҙы. Әйткәндәй, Хәйбулла районында 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Кәримова Нәзирә “Иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында еңеүсе булған. Нәзирә Кәримованың етештергән ит ризыҡтарына район халҡынан һорау ҙур. Фермерҙарҙан һатып алынған итте тулыһынса үҙҙәре эшкәртә: ире уларҙы матур итеп быса, баш–тояғын, эс-ҡарынына тиклем таҙартып алалар. Һатыуҙа дерелдәүек (холодец), әҙер таҙартылып–йыуылған баш–тояҡтар, эс–ҡарын, тел, бауыр һәм башҡа йәнең теләгән ит ризыҡтары бар. Һатып алыусының ышанысын бер юғалтһаң, уны ҡайтанан яулап алыуы еңел түгеллеген яҡшы белә ул. Шуға күрә иткә бер ниндәй ҡатнашма ҡушылмай, шунлыҡтан Нәзирә Кәримованың “bahetle” тауар билдәһе аҫтында әҙерләнгән ризыҡтары һәр кемде бәхетле һәм сәләмәт итә. Киләсәктә яуланғандар менән туҡталып ҡалырға уйламай ул, егәрле һәм йүнсел ҡатын малсылыҡ менән шөғөлләнергә лә теләй. Ни тиһәң дә, сеймал үҙеңдә булғанда, һатыу ҙа, табыш та икеләтә отошло сыға. Наил Байғусҡаров, Хәйбулла район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, район бизнес-шерифы: —Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Республика Хөкүмәте тарафынан муниципалитеттарға ярҙам, ә райондарҙа яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә эшмәкәрлек айырыуса һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Хәйбулла районында ла был эш әүҙем йүнәлештә бара. Башҡортостан Башлығы район-ҡалаларға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ярҙам саралары күрһәтеү, муниципаль программалар булдырыу бурысын ҡуйҙы. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, йылҡысылыҡты, туризмды үҫтереү һәм башҡа программалар ғәмәлдә. Район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күбеһе үҙ эшен асыуға инвестициялар йәлеп итеү маҡсаты менән килә. Һөҙөмтәлә районда яңы эш урындары булдырыла. Шәхси эшҡыуар булараҡ үҙ бизнесын булдырыусыларға консультациялар алыу ҙа ҙур ярҙам. Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам да (АСПК) бизнесты асыуға булышлыҡ күрһәтә. Шәхси эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү маҡсатында “Йыл эшҡыуары” конкурсы ойошторола һәм еңеүселәр билдәләнә. Был конкурстың “Ҡатын-ҡыҙ — йыл эшҡыуары”, “Йыл фермеры”, “Иң яҡшы йәш эшҡыуар”, “Иң яҡшы ғаилә бизнесы” номинациялары бар. Бынан тыш, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү, етештереү тармағы буйынса иң яҡшы эшҡыуарҙар бүләкләнә. Район эшҡыуарҙарын бизнесты киңәйтеүҙә, шул иҫәптән күрше райондарға интеграциялауҙа һәм тауарҙарҙы маркет-плейс аша һатыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙа ҡыйыуыраҡ булырға саҡырабыҙ. Автор фотолары