Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

“Онотолмай икән тәүге йәр...”

“Мөхәббәт тураһында уйланғаным да юҡ ине. Тәүге иремдән айырылғас, күп тә үтмәй күңелемде шундай ипле, йөҙгә йәмле генә ир яуланы. Тәҡдименән баш тарта алманым.

Тәүге иремә баш була алмай күпме йәшәнем. Ирекле булыуҙы өҫтөн күрҙе шул. Ҡасан теләй – шунда ҡайта. Ҡайҙа йөрөй, кем менән йөрөй? Күпме аҡса эшләй? Киләсәккә ниндәй пландар ҡора? Бармы пландары? Ул турала белгән юҡ. Билдәһеҙлек ялҡытҡайны.

Башта барыһы ла яҡшы барҙы кеүек. Минең тормошомдоң яйланыуын күреп, апайҙарым да ҡыуанды. Уларҙың етеш, татыу, ныҡлы ғаиләләрен күреп, нисек шулай мөхәббәтле йәшәп була икән, тип ҡыҙығып ҡарай инем бит. Тик... был иптәшем ҡаты күңелле, үҙенсә генә йәшәп өйрәнгән кеше булып сыҡты. Кеше алдында ғына матур мөнәсәбәт күрһәтте. Уның тупаҫлығынан, ҡатылығынан йәнем өшөй, әйтер һүҙемде әйтә алмай ҡатып ҡалам. Унан да бигерәк балаларымды – улым менән ҡыҙымды яратмауы, ситтә уҡыған улымды “ялға ҡайтмаһын” тип тыуған йортонан һыуындырыуы эсемде бошорҙо.

Шулай тыштан – ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәп яттыҡ бер нисә йыл. Беҙ кеше алдында ғына матур, бәхетле пар булып күренә инек. Былай йәшәү, үҙемде эстән ашау, балаларым өсөн өҙгөләнеү ялҡытты һәм мин был ирҙең беҙҙе ҡалдырып китеүен һораным. Аралар һыуынғайны ла инде.

Хәҙер уйлайым: ысын һөйөүем тәүге иремә булған икән. Быны әле генә аңланым. Әммә беҙ ул һөйөүҙе юҡ-бар менән һүндергәнбеҙ, тормош ауырлыҡтары саф хистәребеҙҙе юҡҡа сығарған. Тәүге йылдарҙағы ғаилә мәшәҡәттәре, юҡсыллыҡ уны ла, мине лә һындырған. Хәҙер инде уның үҙ тормошо, яңы ғаиләһе бар...

Әле был икенсе тормош иптәшем киренән бергә йәшәргә, ярашырға теләгән кеүек. Асыҡтан-асыҡ әйтеп, ғәфү үтенмәй, әлбиттә, сөнки ғорурлығы, ҡатылығы ҡамасаулай. Яңғыҙ йәшәү ҙә ауыр, икенсе тапҡыр айырылған тигән исемде лә күтәргем килмәй. Әммә уның ҡатылығын уйлап туҡтап ҡалам, бигерәк тә балаларыма һалҡынлығы эсемде бошора... Белмәйем, нимә эшләргә?”

Дилә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән.

Фото: "Бәйләнештә".