Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәй эҫе булмаһа ла, туңдырма ашала

Быйыл республика халҡы туңдырманы былтырғыға ҡарағанда күберәк ашай икән. Былтыр йәмғеһе 3529 тонна етештерелгән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 160 тоннаға күберәк. Башҡортостанда иң күп туңдырманы “Башҡорт туңдырмаһы” компанияһы етештерә. Ярты йыл эсендә бында ике мең тонна туңдырма, йәки 25 миллион берәмек һатыуға сығарылған. Компания өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Беренсе этапты төҙөүгә 900 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Был етештереүҙе заманлаштырыуға, төҙөкләндереүгә йүнәлетлгән. Әлеге проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Инвестиция сәғәтендә” ҡаралған ине. Һөҙөмтә булараҡ 2025 йылдакомпания туңдырманы йылына 10 мең тонна етештерергә йыйына. Әгәр пландар уңышлы тормошҡа ашырылһа “Башҡорт туңдырмаһы” Рәсәйҙә туңдырма етештергән ун эре етештереүсе иҫәбенә инәсәк. Туңдырма продукцияһының төп күләме Башҡортостанда һатыла (62 %). Бынан тыш, сит илдәрҙә башҡорт туңдырмаһына ихтыяж бар. Компания мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ярты йыллыҡта Ҡаҙағстанға 21 то

Быйыл республика халҡы туңдырманы былтырғыға ҡарағанда күберәк ашай икән. Былтыр йәмғеһе 3529 тонна етештерелгән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 160 тоннаға күберәк. Башҡортостанда иң күп туңдырманы “Башҡорт туңдырмаһы” компанияһы етештерә. Ярты йыл эсендә бында ике мең тонна туңдырма, йәки 25 миллион берәмек һатыуға сығарылған. Компания өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Беренсе этапты төҙөүгә 900 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Был етештереүҙе заманлаштырыуға, төҙөкләндереүгә йүнәлетлгән. Әлеге проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Инвестиция сәғәтендә” ҡаралған ине. Һөҙөмтә булараҡ 2025 йылдакомпания туңдырманы йылына 10 мең тонна етештерергә йыйына. Әгәр пландар уңышлы тормошҡа ашырылһа “Башҡорт туңдырмаһы” Рәсәйҙә туңдырма етештергән ун эре етештереүсе иҫәбенә инәсәк. Туңдырма продукцияһының төп күләме Башҡортостанда һатыла (62 %). Бынан тыш, сит илдәрҙә башҡорт туңдырмаһына ихтыяж бар. Компания мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ярты йыллыҡта Ҡаҙағстанға 21 тонна һөт ризыҡтары сығарылған. Тиҙҙән туңдырма Үзбәкстанға оҙатыласаҡ, киләсәктә Таиланд, Вьетнам һәм Ҡытай баҙарында лә башҡорт туңдырмаһын һата башлаясаҡтар.