Найти тему
Башҡортостан гәзите

Спорт — йәшәү рәүеше

Бала саҡтан спортты үҙ иткән Рөстәм Азаматов утыҙ йылдан ашыу балаларға физик тәрбиә бирә, уларҙы оло спортҡа алып сыға. Ул Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, шулай уҡ район һәм ҡала физкультура уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Баймаҡта тыуып-үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә, хәрби хеҙмәттә сынығыу ала. Тәүҙә ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡыта, артабан эшен 3-сө мәктәптә дауам итә. — Минең өсөн спорт — ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта, 1985 йылда, тәүге тапҡыр еңел атлетика буйынса республика ярышында ҡатнаштым. Ишембайҙа үткән йүгереү марафонында беренсе урын яуланым. Ошо еңеүем тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте, спортҡа һөйөү тәрбиәләне, үҙенә йәлеп итте. Мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа даими ҡатнаштым, призлы урындар яуланым. Бөгөн үҙем дә йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Үҙемдең иң яратҡан спорт төрөм — футбол, ә уҡыусыларға баскетбол буйынса түңәрәк алып барам. Оҙаҡ йылдар еңел атлетика секцияһына етәкселек иттем. Спортҡа ҡарата һөйөүҙе балала кесе йәштән тәрбиәләргә кәрәк, шул сағында ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Тик физкультура дәресендә генә спорт менән шөғөлләнеү аҙ, шуға күрә кем тормошон киләсәктә сәләмәт тормош һәм спортҡа бағышларға теләй, иренмәгеҙ, көн һайын ябай ғына зарядка яһағыҙ, үҙегеҙҙе һәм тәнегеҙҙе күнектерегеҙ, артабан сәғәттәр буйы шөғөлләнеү үҙегеҙгә ял һәм рәхәтлек кенә бирәсәк, — ти Рөстәм Салауат улы. Ул етәкләгән баскетбол командаһы “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһында еңеү яулаған, әле лә баскетболсылар күнекмәләргә йөрөй, сөнки спортта еңеү еңел яуланмай Балалары ла үҙҙәренә оҡшап, спортты бәләкәйҙән үҙ иткән. Физик тәрбиә һәм спорт отличнигы, тәжрибәле тренер, оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Рөстәм Азаматовтың тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа һәр саҡ призлы урын ала. Ул шулай уҡ футбол, өҫтәл теннисы, еңел атлетика буйынса ла уҡыусыларҙы әҙерләй. Мәҫәлән, былтыр “КЭС-БАСКЕТ (ҡыҙҙар командаһы) районда – беренсе урын алһа, быйыл икенсе урынға сыҡҡан, “Оранжевый мяч” баскетбол ярышында ҡыҙҙар командаһы былтыр икенсе урын алһа, быйыл беренселекте бер кемгә лә бирмәгән. Республика байынса Рөстәм Азаматов етәкләгән баскетбол (ҡыҙҙар командаһы) 5-се урында тора. Йыл һайын Талҡаҫ күленә табан 12 саҡрым араны йүгереүҙә Лиана Артыҡаева, Аделә Шәмсетдинова һәм Ләйсән Исхаҡоваларға тиңләшеүселәр табылмай. Призлы урындарҙың барыһы ла Рөстәм Азаматовтың тәрбиәләнеүселәре яулай. Әйткәндәй, быйыл да Физкультурниктар көнө уңайынан Баймаҡтың “йүгерек”ҡыҙҙары тағы лаТалҡаҫҡа ҡарай йүгереүҙә ҡатнаша. Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеүҙә, сәләмәт тормошто пропагандалауҙа, бихисап чемпиондар тәрбиәләп, спорттың төрлө төрҙәре буйынса әллә күпме еңеүселәр үҫтерһә лә Рөстәм Азаматовтың “Ауыл тренеры” буйынса республика программаһында ҡатнашмауы бер аҙ аптыратты. Тап уның кеүек йәш быуынды спортҡа йәлеп иткән, юғары уңыштарға өлгәшкән тренерҙың эш һөҙөмтәләре лә, тәжрибәһе лә етерлек. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙе хеҙмәте менән хөрмәт яулаған конкурсантыбыҙ – Рөстәм Азаматов өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ! Уға уңыштар теләйбеҙ!