Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс урында маскировкалау селтәрҙәре үрәләр

Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды ал­дарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йә­шерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадро­коптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк, осрашҡан һайын улар бының тураһында белдерә. Хәйбуллалар был эш менән күптән шөғөлләнә. Битараф булмаған Өфө ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла бергәләшеп йәнә ошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылған. Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр саҡ файҙалы эште бар күңелен биреп башҡара. Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш тү­гел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ауылдаштар һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы. Афарин, Өфө ауылының изге күңелле ҡатын -ҡыҙҙары! Фото һәм сығанаҡ: Раян Атанбаев