Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сирләшкә ҡушаматы ғүмерлеккә тағылды

Мәҙинә бала саҡтан бигерәк сирләшкә булды. Саҡ ҡына өшөһә лә айҙар буйы йүткерә торғайны. Дарыу ярҙам итмәгәс, әсәһе аптырап ҡаты икмәк тә ашатып ҡараны, мунсаның иң эҫеһенә алып барып сапты ла. Һис файҙаһы теймәне. – Уф, кемгә оҡшағандыр бигерәк сирләшкә инде. Үлер инде был бала, – тип әйләнгән һайын ҡабатлауын ишетеү Мәҙинәгә тағы ла ауырыраҡ ине. Үҙенән олораҡ – Мәүсилә менән Сәлимә апайҙары бар. Улар ут кеүек үткерҙәр, һыуыҡҡа ла бирешмәйҙәр, сирләмәйҙәр ҙә. – “Сихут” бит һин. Ел иҫкәнгә лә ауырып бараһың. Беҙҙең менән йөрөмә, ҡунаҡта сәй ҙә эсеп булмай. Бер туҡтауһыҙ йүткереп, кеше ерәндереп ултыраһың, – тиеп үҫә килә апайҙары Мәҙинәне үҙҙәре менән алмай башланылар. Шуға ла Мәҙинә баҙнатһыҙ, үҙенә ышанысһыҙ ғына булып үҫте. Күмәк кеше араһында йөрөргә яратманы. Үҙ донъяһында тыныслыҡта күңеленә рәхәтерәк ине. Йыш ауырығанға медицина юлынан китте. Үҙенең һаулығын да, башҡаларҙыҡын да ҡайғыртты. Ваҡыты еткәс, апайҙары һымаҡ уҡ тормошҡа сыҡты, балалар тапты. Ғүмер буйы физик яҡтан шәплеге булманы. Ныҡ итеп көсәнеп эшләй башлаһа, тыны ҡыҫылды, хәле бөттө. Ярай әле ире, балалары һәр яҡлап ярҙам итергә тырышты. Яҙлы-көҙлө дауаханаға барып уколдар алдырып, төрлө дарыу үләндәре төнәтмәләре, бал кеүек шифалы ризыҡтар менән нисек тә һаулығын нығытырға тырышты. Апайҙарыныҡы һымаҡ уҡ донъяһы ныҡ шәп булмаһа ла, шөкөр итә белде. Үкенескә ҡаршы, ғүмер буйы һоҡланған апайҙары ҡайнап йәшәнеләр ҙә ҡапыл ғына бер-бер артлы мәрхүм булдылар. Өлкән Мәүсилә апаһы мунсала ҡаты итеп сабынып йөрәге күтәрә алманы, Сәлимә апаһы бәрәңге утағанда эҫелә көсәнеп эшләп, ҡан баҫымы күтәрелеп, яҡты донъянан китеп барҙы. Әле уларҙың рухына тип Ҡөрьән ашы уҙғарырға йыйына Мәҙинә, балалары ла ярҙамлашырға ҡайтты. Ваҡ-төйәкте ҡараштырып ҡуяйым тип шкафты асыуға күҙенә бер литрлы банкалағы бал салынды. Сәлимә апаһы күстәнәс итеп биреп ҡайтарғайны бит уны. Ул ваҡиға ҡабат күҙ алдына килде. Ике йыл элек Мәүсилә апайҙарына ҡунаҡҡа йыйылдылар. Бик матур үтте юбилей. Ҡайтыр саҡта Мәүсилә апаһы феләктән бер литр банкаға бал һалып Сәлимә һеңлеһенә бирҙе. -Өйөмдө йыуғанда ныҡ ярҙам иттең. Һиңә бал вәғәҙә иткәйнем, быйыл умарталар балды бигерәк шәп бирҙе, – тине. Мәҙинәгә күстәнәскә шоколад-кәнфитте мул итеп тотторҙо. Яңы ғына айыртылған балға Мәҙинәнең ымһынып ҡарап ҡуйғанын да тойманы шул саҡ апаһы. Сығып машиналарына ултырғанда Сәлимә апаһы Мәҙинә янына килеп шым ғына: –Мәҙинә туғаным, һин ауырып ҡына тораһың. Бал һиңә нығыраҡ кәрәгерәк булыр. Минең үҙемдә тағы бар ул, – тип төрөлгән банканы Мәҙинәнең сумкаһына һалды. Эй, шул балға күңеле күтәрлеп ҡайтып киткәйне Мәҙинә... Апайҙарының рухына арналған Ҡөрьән ашына килеүселәрҙең ризығына яҙған икән был ризыҡ. Мәҙинә уны кәсәләргә һала башланы. Автор фотоһы.