2019 – 2023 йылдарҙа Рәсәйҙә сәнәғәт етештереүе үҫеше 12 процент, Волга буйы федераль округында 16,8 процент булһа, Башҡортостанда ул 19,6 процент тәшкил итте. Былтырғы йылды айырым алып ҡараһаҡ, етештереү индексының 106,5 процентҡа етеүен күрербеҙ, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән өс процентҡа юғарыраҡ. Бөтә был күрһәткестәргә ирешеү республика Башлығы Радий Хәбировтың етәкселек командаһының тырышлығы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Быйыл, мәҫәлән, сәнәғәткә дәүләт ярҙамы 30 078,5 миллион һум күләмендә ҡаралған, бынан тыш федераль ҡаҙнанан 852,6 миллион һум йәлеп итеүгә өлгәшкәндәр. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондының эшмәкәрлеге лә йылдан-йыл яҡшыра. Былтыр ул дөйөм инвестицияһы 12,2 миллирд һум тәшкил иткән 44 проектҡа ярҙам күрһәткән. Шул иҫәптән пилотһыҙ авиация системалары етештергән ике предприятиеға 205,8 миллион һумлыҡ өс грант бирелгән. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Башҡортостан бөгөнгө ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтә. Беҙ хеҙмәт коллективтарын һәм у