16 августа Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты. Был башҡорт тоҡомло аттарға арналған иң ҙур фәнни-ғәмили һәм мәҙәни-спорт сараһы республикала 2022 йылдан алып үткәрелә. Фестиваль йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Граф күле янындағы майҙансыҡта 11,5 мең ҡунаҡ йыйылды. Улар иҫәбендә – Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Гаити, Мысыр, Камерун, Гана, Нигериянан һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре. Фестивалдең тантаналы өлөшөн Башҡортостандың ижади коллективтарының театрлаштырылған тамашаһы һәм джигитовка элементтары менән ат тамашаһы асты. Байрамды ат парады дауам итте, унда 500-ҙән ашыу һыбайлы ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров яҡташтарын мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Өсөнсө тапҡыр Баймаҡ ере “Башҡорт аты” фестивален ҡабул итә. Был ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм башҡорт халҡының тоғро дуҫына – атҡа хөрмәт күрһәтеү. Был байрам халыҡ-ара кимәлгә сыҡты – йылдан-йыл сит ил делегацияларының күбәйеүен күрәбеҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Фестивалдең маҡсаты –йылҡысылыҡты, традицион ҡымыҙ эшләүҙе үҫтереүгә иғтибар бүлеү. Был шулай уҡ фәнни байрам. Бында башҡорт атын нисек һаҡлап ҡалыу тураһында байтаҡ фекер алышыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Белеүегеҙсә, былтыр беҙ “Башҡорт аты” атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы алдыҡ. Хәҙер барыбыҙға ла ошо ғәжәйеп көрәштәшебеҙҙең генофондын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Фестиваль – ул ҙур мәҙәни-спорт байрамы ла. Был сараны ойоштороу һәм майҙансыҡ өсөн Баймаҡ районы халҡына ҙур рәхмәт. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа фестивалдең әһәмиәтен юғары баһаланы. – Был байрам ғына түгел, ә фәнни һәм мәҙәни алмашыу барған сара. Һәм был ысынлап та шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге сиктәрендә башҡарыла, был хаҡта илебеҙ дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары һөйләй – традицияларҙы үҫтереү, бер-береңде аңлау, ихтирам һәм үҙ-ара ярҙам итеү, – тип билдәләне Сергей Канавский. – Әлеге ваҡытта ошо майҙансыҡта башҡарылған эштәр артабан дәүләттәребеҙҙең киң хеҙмәттәшлеге өсөн аңлатылыуы мөмкин, ахыр сиктә быларҙың барыһы ла бөтә халыҡтарға файҙа килтерһен өсөн. “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы директоры Оксана Жаворонкова ла сәләмләне. – Был фестиваль тәү сиратта үҙ мәҙәниәтебеҙҙе нисек яратыуыбыҙҙы күрһәтә, ә башҡорт халҡы аттарға бәйле йолаларын хөрмәт итә һәм һаҡлай, – тине Оксана Жаворонкова. – Башҡортостан йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Ә “Башҡорт аты” атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы һеҙҙең мәҙәниәтегеҙҙе һәм йәшәү рәүешегеҙҙе ҡәҙерләүегеҙ хаҡында һөйләй. Шуға күрә башҡорт аты мәҙәниәттә, спортта, һаулыҡ һаҡлауҙа һәр кешегә хеҙмәт итеүен дауам итһен. Һеҙ бөтә нәмәлә лә үҙенсәлек һаҡлайһығыҙ – орнаментта, бейеүҙә, музыкала, быны быуындан-быуынға тапшыраһығыҙ. Тантаналы өлөштө Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Рамазанов башҡарыуында “Аттар саба” вокаль композицияһы тамамланы. Фото: glavarb.ru
Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале 11,5 мең ҡунаҡты йыйҙы
16 августа 202416 авг 2024
2 мин