Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө уттары - 17.07.2024 Еләкле йәй

   Өфө уттары - 17.07.2024 Еләкле йәй
Өфө уттары - 17.07.2024 Еләкле йәй

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

"Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра" — ти халыҡ. Ысынлап та, шулай. Бер тапҡыр күмәкләп, тырыз-силәктәр тотоп, еләк-емешкә, хуш еҫле үләндәр йыйырға сыҡһаң, иртәнән кискә тиклем эшләнгән берҙәм күңелле эш бер ҡышҡылыҡ запас була ла ҡуя.

"Июль — йәйҙең түбәһе", - тип тә әйтәләр халыҡта. Июлдә ҡыҙарып бешкән ер, ҡайын, ҡурай еләкле баҡса-аҡландар тәбиғәткә битараф булмаған һәр кемде үҙенә иркәләп-саҡырып тора. Был айҙа йыйып алынған тәмле-татлы емештәрҙән ниндәй генә тәмлекәстәр яһап та, ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә ҡайнатма-компоттар әҙерләп булмай! Ғаиләһе, туғандары, апай-һеңлеләре менән еләкле аҡланды үҙ иткән Әбйәлил һылыуы Ильмира Әбсәҙиева ла киләһе ҡышҡа ныҡлы әҙерләнә. Ни тиһәң дә, еләк йыйыу – ул тик тамаҡ яғын ҡайғыртыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә күңел менән ял итеү, әхлаҡи яҡтан таҙарыныу, тәбиғәт ҡосағында булып, унан көс алыу ҙа бит. Ә Ильмира быйылғы йәй хатта еләк йыйыу буйынса ярыш та үткәргән. Туғандары һәм балалары менән бергә. Кем дә кем тиҙерәк еләк йыйып, таҙарта, эшкәртә – шуға бүләк! Ә һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн көнүҙәк булған матурлыҡ серҙәрен асыуға килгәндә лә ҡунағыбыҙ һөйөндөрҙө. Аш-һыуҙа ла, эшендә лә, ғаиләлә лә үҙен һынатмаған башҡорт ҡыҙы Ильмира Әбсәҙиева менән "Өфө уттары" тапшырыуының 17-се июль сығарылышында осраштыҡ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».