Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Спецназдың девизына тоғромон”

Һуңғы айҙарҙа Өфөгә төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән бөрйәндәр араһында йыш ҡына хәрби кейемдәге етди егет була. Махсус тәғәйенләнештәге отряд яугире. Операциянан һуң хеҙмәттән китергә мәжбүр булып, хаҡлы ялға сығарылған, әммә янып торған хәрби рухлы ҡаһарман. Бөрйән районының Байназар ауылынан 35 йәшлек Йәлил Әлибәков ул. Төйәгендә тәрән тамыр йәйгән ҙур нәҫелдән. – Бөрйәнен сикһеҙ яратҡан, был тойғоно һәр беребеҙҙең күңеленә һалырға тырышҡан Таштимер олатайым мине киләсәктә ауылдың данлыҡлы ҡортсоһо итеп күрергә теләй ине, – ти Йәлил Хәйҙәр улы. – Ул үҙе районыбыҙҙа билдәле кеше булды, БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Таштимер Әлибәков призына Бөрйәндә ат ярыштары үтеп тора, яҡын кешебеҙ хаҡында иҫтәлек вариҫтары, яҡташтары күңелендә мәңге йәшәр. “Бала күңеле – далала”, тигән һымаҡ, олатайым ауылда ҡалдырырға теләһә лә, армиянан һуң яҙмышымды хәрби хеҙмәткә бағышларға ҡарар иттем. Күңелем шулай теләне. Хәрби хеҙмәтте бөтә йөрәктән “үҙемдеке” тип ҡабул иттем. Контракт буйынса Алтай, Новосибирск өлкәләрендә булдым, унан өс йыл – Чечняла. Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, 2012 йылдан Өфөләге М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряд составында хеҙмәт итә башланым. Йәлил Хәйҙәр улы артабан да хеҙмәттәштәре менән бергә Чечняға хәрби командировкаларға даими йөрөй, 2019 йылда Сүриәгә лә барып ҡайталар. Әлеге махсус хәрби операция биләмәһенә лә иң беренселәр рәтендә улар юллана. – Тәүге командировкала – ете, икенсеһендә дүрт ай булдыҡ. Артабан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығым ҡаҡшау сәбәпле бара алманым, – ти ул – “Али” позывнойлы яугир. – Мәскәү ҡалаһында ҡатмарлы операция эшләнеләр. Унан һуң яңынан комиссия үткәс, махсус хәрби операция биләмәһенә башҡа ебәрмәнеләр. Шулай 16 йыл контракт буйынса хеҙмәт итеп, 2023 йылдың 29 декабрендә хаҡлы ялға сығырға тура килде. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, “Али” етәкселек иткән бүлексә подразделениела төп көс булған, махсус хәрби операцияла ла уларға иң ҡатмарлы, яуаплы бурыстар йөкмәтелгән. Үҙе был турала һөйләүҙе кәрәк тип тапмаһа ла, Йәлил Хәйҙәр улының спорттағы ҡаҙаныштары ла һоҡланғыс. Саңғы ярышы, гер күтәреү буйынса спорт мастерына кандидат ул. Шулай уҡ саңғы ярышы, еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы. Махсус тәғәйенләнештәге отрядта 2016 йылда ҡыҙыл беретҡа нормативтарҙы етенсе мәртәбә уңышлы тапшырған. Хеҙмәт осороноң ун йылында команда составында ярыштарға йөрөгән, алдынғылыҡты бирмәгән. Тиҫтәнән ашыу егетте ҡыҙыл беретҡа нормативтар тапшырыуға әҙерләгән, гел яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Жуков миҙалына, генерал Шайморатов орденына лайыҡ булған Йәлил Хәйҙәр улы хәҙер тыуған ерендә – Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәй. Дүрт бала атаһы. Олатаһының хөрмәтенә, өлкән улына Таштимер тип ҡушҡан. Икенсеһе – Ралина, унан – Айбулат. Күптән түгел иһә кинйәләре Ғәлинур тыуған. – Ауылда ер участкаһы алдым, өйҙө төҙөп бөттөм. Йылҡы, һыйыр малы тотабыҙ. Техника алдым, – ти уңған хужа. – Олатайымдың теләге лә яйлап тормошҡа аша башланы: быйыл 23 баш умарта ҡуйғайным, әле, миҙгелгә ярашлы, күберәк шул шөғөл менән мәшғүлмен. Ҡортсолоҡ менән хәрби хеҙмәттең оҡшаш яҡтары барыбер бар, тип уйлап ҡуям. Икеһе лә халыҡ һағында бит: тәүгеһе – сәләмәтлекте, икенсеһе хәүефһеҙлекте хәстәрләй. Тимәк, йөрәгем ҡушҡан юлды дауам итәм. Йәлил Хәйҙәр улы – ауылдаштарының, яҡташтарының ышаныслы таянысы. Тыуған еренә ҡайтҡандан бирле ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Заманында Рәсәй чемпионы исемдәренә лайыҡ булған спортсы айырыуса йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүлә. Уларҙы бергә туплап, төрлө күнекмәләр үткәрә, команда төҙөп, ярыштарға йөрөтә. Хәҙер инде еңеүҙәре лә байтаҡ. Байназарҙың быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында беренсе урынды яулап, алты миллион һум алыуға өлгәшеүендә лә Йәлил Хәйҙәр улының өлөшө ҙур. Яҡташтары, район хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, һәр сараның уртаһында ҡайнап, алға әйҙәп, дәртләндереп, сәмләндереп йөрөгән ул. Өфөлә конкурсҡа бәйле үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнашҡан, район делегацияһы составында проекттарҙы яҡлауға ла, тантаналы өлөшкә лә килгән, “түңәрәк өҫтәл”дә ауылдағы эшмәкәрлек тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Хәрби хәрәкәттәр ветеранына Рәхмәт хаты ла тапшырғандар. Йәлил Хәйҙәр улы – махсус хәрби операция биләмәһендәге яуҙаштарына даими ярҙам ойоштороусыларҙың береһе. Мәҫәлән, уның әүҙем башланғысы менән күмәкләшеп ике күсмә мунса төҙөп ебәргәндәр. Райондан ебәрелгән гуманитар ылауҙарҙы туплауҙа гелән иң алдан йөрөй хаҡлы ялдағы яугир. – Спецназдың девизына һәр саҡ тоғромон, – ти ул. – “Беҙҙән башҡа берәү ҙә түгел!” тигән был һүҙҙәрҙе граждандар тормошондағылар, бәлки, тәкәбберлек кеүек ҡабул итәлер, әммә улай түгел. Был һүҙҙәрҙә – яугир рухы. Уның иңенә һалынған оло бурыс, яуаплылыҡ, Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ сағылышы. Беҙ башламаһаҡ, эшләмәһәк, кемгәлер һалышып ятһаҡ, кем тотонор һуң? Ошондай яугирлек рухы хәрби хеҙмәттә генә түгел, тыныс тормошта ла һәр ир-ат өсөн алға ынтылдырған күңел ораны булһын! Нуриман Әминев, Бөрйән районының Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: – Йәлил Әлибәков – ауылыбыҙҙа оло ихтирамға лайыҡ лидерҙарҙың береһе. Ниндәй генә эш килеп сыҡмаһын, иң алдан ул йөрөй, барыһын йүнләй, ойоштора, ғәмәлгә ашыра. Минең, хакимиәт башлығының, ышаныслы таянысы. Мөрәжәғәттәрҙең береһенә лә ҡул һелтәп ҡуймай, ярҙам итергә әҙер генә тора. Мәҫәлән, ауылда янғын боксы эшләү теләгемде еткереүем булды, Йәлил егеттәрҙе йыя һалып, был ниәтте тормошҡа ашырырға ла тотондолар. Йәштәргә оло үрнәк күрһәтеүенә, уларҙы сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыуына айырыуса ҡыуанабыҙ. Әлеге замандың ысын геройы тип күрәм мин Йәлилде. Олег ҒӘЛИЕВ, Бөрйән районының Ветерандар советы рәйесе: – “Погонлы булып тыуған” кеше ул беҙҙең Йәлил. Ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, бөтә күңелен биреп хеҙмәт итте, Чечняны, Сүриәне, махсус хәрби операцияны лайыҡлы үтте. Әле хаҡлы ялда ла ҡаһарман рухлы яугир булып ҡала. Махсус хәрби операцияға бәйле ниндәй генә сара уҙмаһын, иң беренсе Йәлилгә таянабыҙ. Районға ҡайтҡан “200-сө”ләрҙе мәңгелеккә хөрмәтләп оҙатыу эштәренең башында йөрөүсе лә – ул. Шундай таянырлыҡ егеттәребеҙ күберәк булһын ине. Оло хөрмәт һәм ихтирам Йәлил Хәйҙәр улына! Фотоларҙа: 1,2 – Йәлил Әлибәков “Айыҡ ауыл” конкурсының йомғаҡлау сараһында. 3. Яугиргә – Рәхмәт хаты. Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алынды. Бөрйән районы.