Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Нөгөш һыуһаҡлағысындағы шлюзға эләккән ирҙе эҙләй башланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1953 йылғы ир Нөгөш һыуһаҡлағысында һыу инеп, ағымды күтәрә алмай, хәлһеҙләнә һәм уны шлюз яғына алып китә башлай. Барыһы ла шаһиттарҙың күҙ алдында була, улар ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Улар әйтеүенсә, ир һыу инергә тыйылған ерҙә йөҙөп йөрөгән. Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар һәм водолаздар эш башлаған. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Шулай уҡ урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Мәғлүмәт: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты