Улар был илдәргә РФ Президенты В.В. Путин раҫлаған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (нацпроект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу барышында үҙ продукцияһын ебәрәсәк, тип хәбәр итә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм Конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, 2021 йылдан алып Башҡортостан Рәсәйҙең эксклюзив хоҡуҡтар буйынса “Экспорт форсажы”на ярашлы тармаҡ белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы берҙән-бер төбәге булып тора. Республиканың нефть һәм газ, агросәнәғәт һәм урман сәнәғәте компаниялары өсөн алты төркөмгә уҡыуҙар үткән дә инде. Быйыл программаға ике яңы йүнәлеште –химия һәм еңел сәнәғәтте индереү ҡаралған. Фото: pravitelstvorb.ru/news/24648/