Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ярты быуат ремонт күрмәгән подъездар яңы төҫ алды

Һәр кеше үҙ фатирында уңайлы шарттарҙа, матур мөхиттә йәшәргә теләй. Ә бына күп фатирлы йорт подъездарының һәм баҫҡыс майҙансыҡтарының күбеһе был талаптарға яуап бирмәй. Уларҙың күптәре яңыртыуға һәм ремонтлауға мохтаж ине. Был мәсьәләгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылда уҡ иғтибар итте һәм декабрҙә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә, республикала уңайлы мөхит булдырыу, парктарҙы, подъездарҙы һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Ә инде 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа тормошҡа ашырыла башланы. Уның төп маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Программа ғәмәлгә ашырыла башланғандан алып, 2019-2023 йылдарҙа, Башҡортостанда 2744 күп фатирлы йортта 8171 подъезд ремонтланған. Республика һәм муниципалитеттар эштәрҙе финанслауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Был осорҙа подъездарҙы ремонтлауға дөйөм алғанда 3,5 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3,2 мил

Һәр кеше үҙ фатирында уңайлы шарттарҙа, матур мөхиттә йәшәргә теләй. Ә бына күп фатирлы йорт подъездарының һәм баҫҡыс майҙансыҡтарының күбеһе был талаптарға яуап бирмәй. Уларҙың күптәре яңыртыуға һәм ремонтлауға мохтаж ине. Был мәсьәләгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылда уҡ иғтибар итте һәм декабрҙә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә, республикала уңайлы мөхит булдырыу, парктарҙы, подъездарҙы һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Ә инде 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа тормошҡа ашырыла башланы. Уның төп маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Программа ғәмәлгә ашырыла башланғандан алып, 2019-2023 йылдарҙа, Башҡортостанда 2744 күп фатирлы йортта 8171 подъезд ремонтланған. Республика һәм муниципалитеттар эштәрҙе финанслауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Был осорҙа подъездарҙы ремонтлауға дөйөм алғанда 3,5 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3,2 миллиард һумы – республика бюджеты саралары, 330 миллион һумы муниципалитеттар аҡсаһы. Бынан тыш, Башҡортостанда биш йыл эсендә 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылған, был уҙған биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай итеп, Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау, йорт яны һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыу һөҙөмтәһендә 2019 йылда Башҡортостанда 1372 күп фатирлы йортта 4001 подъезд ремонтланған, был маҡсатҡа 1,4 миллиард һум йүнәлтелгән. Хатта ковидҡа ҡаршы көрәшкән 2020 йылда ла республикала 692,7 миллион һумға 697 йорттағы 2180 подъезд ремонтланған. Хәл яҡшырған һайын ремонт темптары тотороҡлана бара. Мәҫәлән, 2021 йылда 115 күп фатирлы йортта – 312, 2022 йылда 310 күп фатирлы йортта – 920, 2023 йылда 276 күп фатирлы йортта 758 подъезд ремонтланған. Әле Шишмә районында Алкин-2 ауылындағы күп фатирлы йорттоң подъездарында ла буяу эштәре тамамланыуға бара. Улар төҙөлгәндән бирле ремонт күрмәгән. Иҫке тәҙрәләр, тәртипһеҙ кешеләрҙең яҙыуҙары һәм тигеҙһеҙ стеналар – Крючков урамындағы 12-се йорт яҙ көнө үк шундай хәлдә була. Был йорт төҙөлөүгә 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән һәм шунан бирле бында ремонт эшләмәгәндәр. – 1983 йылдан йәшәйем, хәрбиҙәр был йортто төҙөгәндән бирле. Һуңынан икенсе йортҡа күстем. Яңы төҙөлгән йорт, әлбиттә, тәүҙә һәйбәт ине. Һүрәт төшөрҙөләр, һыҙғысланылар – элек шулай булды. Хәҙер ундай хәл юҡ, матурлыҡ, – тип шатланды Мөғлифә Ҡорбанғәлиева, ремонт эшләнгән подъезды ҡарағас. Подъездарҙағы эштәр май байрамдарынан һуң башланған. Подрядсы әйтеүенсә, бөтә бурыстарҙың 80 проценты үтәлгән, кәртәләрҙе буярға, тамбур ишектәрен ҡуйырға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм бөтә сүп – сарҙан ҡотолорға кәрәк. Фатир хужаларынан да тәҡдимдәр килә. Ремонт башланыр алдынан дөйөм йыйылышта милекселәр һәм халыҡ әүҙем ҡатнаша: эштәр исемлеген, стеналарҙы биҙәү төрҙәрен һәм подъездың төҫөн тикшергән. – Әлбиттә, барыһы ла таҙа, тәртип булыуы бик яҡшы. Ишек алды нисек булһа, өйҙә лә шул ҡабатланасаҡ. Бәлки, тағы ла бындай үҙгәрештәр булыр. Тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар, улар ныҡ иҫке ине. Йыйылыш булды, ысынлап та, халыҡ күп килде. Өйҙә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә ҡатнашты, – тип һөйләне ошо йортта торған Эльвира Субочева. Шулай уҡ Иглин районында өс подъезды ремонтлау тамамлана. Оло Теләк ауылының Еңеү урамындағы күп фатирлы йортта эштәр июнь уртаһында башланған. Подрядсы ойошма тәҙрәләрҙе алмаштырған, стеналарҙы штукатурлаған, ишектәрҙе яңыртҡан, пандустар ҡуйған һәм баҫҡыс майҙансыҡтарын ремонтлаған. Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына 108 миллион һум йүнәлтелгән. Был Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында 38 күп фатирлы йорттоң 117 подъезын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Төҙөүселәр ишек эргәһен тәртипкә килтерә, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяй, тәҙрә ағас блоктарын пластик блоктарға алмаштыра, яңы тамбур ишеге, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәрен ҡуя. Программа сиктәрендә шулай уҡ аҙ хәрәкәтсән кешеләр өсөн пандустар ҡуйыласаҡ. Подъездарҙы ремонтлауҙы апрелдә башланды, ә эштәрҙе 2024 йылдың сентябрендә тамамларға йыйыналар. Владимир ШИТИКОВ, подрядсы: – Подъездар норматив хәлгә килтерелә. Беҙ тәҙрәләрҙе алмаштырҙыҡ, стеналарҙы тигҙеләнек һәм буяп ҡуйҙыҡ, подъездарҙың ингән урын тейешле хәлгә килтерелде, таяуҙарҙың ағас өлөшө алмаштырылды, беренсе ҡатта плитә һалынды, яҡтыртҡыстар алмаштырылды. Ирина ГОЛОВАНОВА, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: – Ремонтты башҡарыуҙың контроль ваҡыты 21 ноябрь. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был программа үҙенсәлекле программалар иҫәбендә. Башҡортостан Башлығы башланғысында республикабыҙҙа бындай саралар тормошҡа ашырыла. Бик аҙ субъекттарҙа ғына бындай аҡсаны табыу һәм кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Фото: bash.news