15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Красноусол” шифаханаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Рәсми өлөш алдынан төбәк етәксеһе шифахананың юбилейына арналған яңы аллеяны асыуҙа ҡатнашты, шыршы ултыртты. Башҡортостан Башлығы ғәмәлдәге йоҡо корпустарын үҙгәртеп ҡороу һәм биләмәне төҙөкләндереү барышын ҡараны. Шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов урология һәм колопроктология бүлексәләре, 120 урынлыҡ кафе-ашхана, 1,5 километр оҙонлоҡтағы саңғы роллеры трассаһы төҙөлөшөнөң дауам итеүе барышы менән таныштырҙы. Капиталь ремонт эштәре атҡарылғандан һуң йоҡо корпусында уңайлы шарттар булдырылған. Бынан тыш, административ бинаны үҙгәртеп ҡороу эштәре тамамланған. - 2022-2023 йылдарҙа дауалау-диагностикалау һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстарын астыҡ, туҡланыу комплексын сертификатлауҙы тамамланыҡ, табиптар штатын киңәйттек, өҫтәмә 22 диагностикалау төрөн, физиотерапевтик төрҙәрҙе сафҡа индерҙек, ашханала капиталь ремонт эштәре атҡарылды, - тине Рәмил Бәҙретдино