“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Тәтешле районының биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҙыусы, кинорежиссер, актер һәм сценаристың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Василий Шукшин - актер, яҙыусы, режиссер” әҙәби сәғәте уҙғарылды. Педагогик хеҙмәт ветераны, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Закирова ҡунаҡтарға яҙыусының тормошо һәм ижады, Василий Шукшин тормошондағы иң мөһим ваҡиғалар, уның туғандары һәм яҡындары тураһында ентекле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шулай уҡ ул уның шәп итеп “ауыл прозаһын” яҙған яҙыусы ғына түгел, ә үҙенең һәм башҡаларҙың фильмдарында төшкән талантлы актёр һәм режиссёр булыуын иҫкә төшөрҙө. Хикәйәләү барышында Василий Макарович тормошта нисек булған: ғәҙел, дөрөҫлөк яратҡан, асыҡ – шундай ябай рус йәнен күҙ алдына килтергән сағыу слайдтар, фотоһүрәттәр күрһәтелде. Шукшин аҙ ғына ғүмер юлы үткән. Ләкин уның китаптары, фильмдары, ғәҙәти булмаған шәхесе элеккесә кешеләрҙе йәлеп итә. "Василий Шукшиндың ижа