Яңы медицина объекттарын асыу тантанаһы Ғафури районының Бурлы, Ҡарағай һәм Ибраһим ауылдарында үтте. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһы ярҙамында төҙөлдө. Хәҙер халыҡ иң уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын ала аласаҡ. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында электр энергияһы, канализация һәм йылытыу үткәрелгән, кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар һәм инструментарий бар. 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл медицинаһының күп йылдар буйына иғтибарһыҙ ҡалыуын билдәләне. Ул ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 60 проценты төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Төбәк башлығы Башҡортостанда иҫкергән һәм яраҡһыҙ хәлгә килгән бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙы. Һуңғы дүрт йылда 300-ҙән ашыу модуль конструкцияһы төҙөлгән. Улар – фельдшер-акушерлыҡ пункттары, табип амбулаториялары, дөйөм практика табиптарының офистары. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда тағы 38 фельдшер-акушерлыҡ пункты, ун табип амбулаторияһы, өс операция-иҫкәртеү пункты һәм бер участка дауаханаһы барлыҡҡа киләсәк. – Дүрт йыл элек ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы менән етди шөғөлләнә башланыҡ. Ул саҡта күп кенә фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ҡорамалдар, интернет юҡ ине. Быларҙың барыһын да этаплап тикшерә башланыҡ. Хәҙер республикала йыл һайын яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, эшләгәндәре яңыртыла. Бер үк ваҡытта кадрҙар йәлеп итеү мәсьәләһе лә хәл ителә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.