Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Был айҙар бик ауыр булды"

Өфөлә 400 грамм булып тыуған сабый дауахананан өйөнә ҡайтҡан. Өфөләге Республика перинаталь үҙәге табиптары 400 грамм ғына ауырлыҡта тыуған ҡыҙҙы ҡотҡарған. Хәҙер сабый менән әсәһе өйөнә ҡайтҡан. Ҡыҙ 3 апрелдә операция һөҙөмтәһендә донъяға килә. Ишембайҙа йәшәгән 44 йәшлек ҡатындың ни бары 24 аҙнала тәшкил иткән йөклөлөгөн өҙөргә мәжбүр булалар. Әсәһенең ҡан баҫымы күтәрелеүе ятҡылыҡтағы баланың кислородһыҙ ҡалыуына килтерә. Табиптар әйтеүенсә, йөклөлөктө артабан оҙайтыу баланың да, әсәнең дә ғүмеренә етди хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Ике ай тиерлек ҡыҙ реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә була, унда табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. 880 грамм ауырлыҡҡа еткәс, уны артабан тәрбиәләү өсөн 17-се ҡала балалар дауаханаһына күсерәләр. "Көн һайын мин табиптарҙан борсолоп яңылыҡтар көтөп торҙом, һәр ваҡыт ҡыҙым тураһында уйландым. Ҡайһы берҙә паникаға ла бирелдем. Был айҙар бик ауыр булды", - тип һөйләне сабыйҙың әсәйе киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында. 1 августа ҡыҙҙы 2860 грамм ауырлыҡта дауахананан сығарғандар. Сығанаҡ: vk.com/allufa