Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 трассаһын капиталь ремонтлауға әҙерлек башланды

15 августа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Көн тәртибендә республикала “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ эре инфраструктура объекттарын төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. *** Осрашыу башланыр алдынан Радий Хәбиров менән Роман Новиков республика биләмәһендә юл участкаларын төҙөү һәм ремонтлау буйынса күләмле проекттар менән танышты. Улар иҫәбендә – М-7 “Волга” федераль трассаһындағы яңы объект. 65 километр оҙонлоҡтағы втомобиль юлының бер өлөшөн Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша биш ауылды – Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтергә һалғандар. Төҙөлөш эштәрен бында 2024 йылдың ноябрендә тамамларға планлаштыралар. “Урал буйы” федераль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Денис Абрамов һөйләүенсә, яңы юлда бөтә кәрәкле хәүефһеҙлек элементтары, шул иҫәптән яҡтыртыу һәм кәртә ҡоймаһы ҡуйыласаҡ, шулай уҡ сервис объекттары – яғыулыҡ ҡойоу станциялары, ҡунаҡханалар, ял

15 августа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Көн тәртибендә республикала “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ эре инфраструктура объекттарын төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. *** Осрашыу башланыр алдынан Радий Хәбиров менән Роман Новиков республика биләмәһендә юл участкаларын төҙөү һәм ремонтлау буйынса күләмле проекттар менән танышты. Улар иҫәбендә – М-7 “Волга” федераль трассаһындағы яңы объект. 65 километр оҙонлоҡтағы втомобиль юлының бер өлөшөн Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша биш ауылды – Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтергә һалғандар. Төҙөлөш эштәрен бында 2024 йылдың ноябрендә тамамларға планлаштыралар. “Урал буйы” федераль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Денис Абрамов һөйләүенсә, яңы юлда бөтә кәрәкле хәүефһеҙлек элементтары, шул иҫәптән яҡтыртыу һәм кәртә ҡоймаһы ҡуйыласаҡ, шулай уҡ сервис объекттары – яғыулыҡ ҡойоу станциялары, ҡунаҡханалар, ял итеү майҙансыҡтары урынлаштырыла башлаясаҡ. Был халыҡтың уңайлылығын арттырырға, туристик бизнесты һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереүгә өҫтәмә ҡеүәт бирергә мөмкинлек тыуҙырасаҡ. Тағы бер ҙур проект – Стәрлетамаҡты урап үткән 23 километр участкала Р-240 трассаһын капиталь ремонтлау. Һүҙ ғәмәлдәге трассаны ике һыҙаттан дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, уның үткәреү мөмкинлеген һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыу тураһында бара. Башҡортостан Башлығы һәм “Росавтодор” етәксеһе трассаны киңәйтеүгә старт бирҙе. Подряд ойошмаһы юл ситен таҙартыуға һәм трасса буйлап ҡыуаҡлыҡтарҙы йыйыуға тотона. Капиталь ремонт графигы 2024-2026 йылдарҙа төп эштәрҙе үткәреүҙе күҙ уңында тота. *** Осрашыуҙа Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков республика етәкселегенең юл селтәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне. – Башҡортостан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты бурыстарын уңышлы үтәй. Республикала төбәк трассаларының яртыһынан ашыуы, агломерацияларҙағы юлдарҙың 85 проценты һәм республиканың таяныс селтәрендәге трассаларҙың 70 проценты норматив хәлгә килтерелгән. Был уртаса рәсәй кимәленән юғарыраҡ, – тине Роман Новиков. – Мәскәү менән Екатеринбургты тоташтырған М-12 тиҙ йөрөшлө трассаһының республика участкаһын төҙөү буйынса ҙур эш өсөн республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең конструктив үҙ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә был проектты ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырыу мөмкин булды. Башҡортостан Башлығы Федераль юл агентлығына, шул иҫәптән Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 автомобиль юлы участкаһын капиталь ремонтлау проекты буйынса ҙур ярҙам күрһәтеүен билдәләне. – Беҙ һеҙҙең менән бер нисә йыл ошо башланғысты әҙерләнек. Юл республика өсөн бик мөһим. Бөгөн беҙ планлаштырылған эштәрҙе башҡарырға әҙер, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Дөйөм Алғанда, күләмле объекттар – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы, М-12 тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы – Башҡортостан иҡтисады үҫешенә ҙур ҡеүәт бирә. Осрашыуҙа шулай уҡ М-12 трассаһын төҙөгәндә зыян күргән республика юлдарын тергеҙеү, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының икенсе сиратын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә финанслау бүлеү һәм юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы һәм "Росавтодор" етәксеһе федераль трассалар буйлап юл сервисы объекттарын булдырыу маҡсатында республика менән агентлыҡтың хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. *** Журналистар менән әңгәмәлә Росавтодор етәксеһе Роман Новиков һәм республика Башлығы Радий Хәбиров осрашыуға йомғаҡ яһаны, Федераль юл агентлығының республика менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында һөйләне. – “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты билдәләгән бөтә бурыстарға Башҡортостанда милли проект тамамланыуға ярты йыл ҡалғас өлгәшелде. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың 50 проценттан ашыуы норматив хәлгә килтерелгән дә инде. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында был күрһәткес 85 процентҡа етә, – тип хәбәр итте Роман Новиков. – Дәүләт Башлығы алдыбыҙға 2030 йылға тиклем төбәктең мөһим селтәрендәге юлдарҙың 85 процентын норматив хәлгә килтереү маҡсатын ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта бөгөн республикала был күрһәткес 70 процент тәшкил итә. Федераль юл агентлығы етәксеһе республика етәкселегенә транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Төбәктең идара итеү командаһы етди проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы, М-7 трассаһының яңы участкаһы, Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын капиталь ремонтлауға әҙерлек. Былар барыһы ла республиканы ныҡ үҫтерә, – билдәләне Роман Новиков. – Башҡортостан етәкселегенә ҙур ойоштороу эше өсөн рәхмәтлемен. Бөгөн Р-240 трассаһында 2026 йылда яңыртылған 23 километр юл участкаһын асыу өсөн эштәр башлайбыҙ. Башҡортостан Башлығы республиканың Федераль юл агентлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм артабанғы хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. – Башҡортостанда автомобиль юлдары селтәре – иң оҙон һәм тармаҡлы юлдарҙың береһе – 50,5 мең саҡрымдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта уның үҫеше дауам итә. Әлеге ваҡытта реконструкция һәм төҙөлөш эштәре 119 километр федераль юл селтәрендә йәйелдерелгән, һүҙ М-5 Урал һәм М-7 Волга трассалары тураһында бара. Киләсәктә – Стәрлетамаҡты урап үткән участканы ике һыҙаттан дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ автомобиль менән йөрөүҙе тағы ла арзаныраҡ, уңайлыраҡ һәм мауыҡтырғыс итеү өсөн ҡулланыусыларҙы кәрәкле хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙе өҫтөнлөккә ҡуябыҙ. Бөгөнгө килешеү положениеларын тормошҡа ашырыу – төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының юл хужалығы өлкәһенә йәлеп ителеүен арттырыуға йүнәлтелгән төбәк бизнесына ярҙам итеүҙең тағы бер сараһы. Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru