Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Зату хәҙер Аҡбуҙатыбыҙ, ысынлап та, һыу эсенән сығып килгән һымаҡ күренә!”

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм уның директоры Данир Ғәйнуллин “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә Бөрйән районындағы Аҡбуҙат һәйкәлен, Шүлгәнташ мәмерйәһе һыу баҫҡан тип хәбәр итте. "Тәбиғәттең мөғжизәләре дауам итә. Йәй көндәрендә бәләкәй генә булып ағып ятҡан Шүлгән йылғаһы быйыл икенсе тапҡыр ташып, Аҡбуҙат һәйкәлен һыу эсендә ҡалдырҙы, Шүлгәнташ мәмерйәһе алдындағы һуҡмаҡты баҫты", – тип яҙҙы Данир Ғәйнуллин. Шул уҡ ваҡытта “Зату хәҙер Аҡбуҙатыбыҙ, ысынлап та, һыу эсенән сығып килгән һымаҡ күренә!” – тип һоҡланыусылар ҙа бар. Данир Ғәйнуллин фотоһы.