Денис Фатихов Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән маҡсатлы һәм эшһөйәр егет. Бер ваҡыт ул хужалыҡта ҡулланыла торған бирсәткәнең ерҙә ятҡанын күреп ҡала. Был табыш уны үҙ аллы бирсәткәләр тегеп ҡарау уйына килтерә. Мәсетле районында бындай йүнәлеш менән шөғөлләнгән производство булмаған. Денис Фатихов тәьмин итеүселәр һәм предприятиелар менән аралаша башлай, ә һуңынан ҡытай етештереүселәренән үҙенең беренсе станогын һатып ала. Үҙенең йорто ихатаһында ул бәләкәй генә бүлмә йыһазландыра. Бирсәткәләрҙе төндә, эштән һуң тегергә өйрәнә. Әммә бер станок менән бизнесҡа инеп китеү ауыр була, шуға күрә Денис тағы ла станоктар һәм өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға ҡарар итә. Тәүҙә йәш эшҡыуар Мәсетле районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уның идеяһы хуплана, ярҙам алыу тураһында кәңәштәр бирелә. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы ярҙамында Денис Фатихов 350 мең һум аҡса ала. Быға ул тағы бер тегеү станогын һәм уның запас частарын һатып ала. Хә
Урамдан китеп барған ваҡытында башына бизнес-идея килә...
15 августа 202415 авг 2024
1 мин