Найти в Дзене

Уның башҡаса атай булғыһы килмәгән...

Бөгөн телеграм-каналдарҙа Өфө кешеһенә бәйле яңылыҡ таралды. Күп балалы атай баш ҡаланың билдәле клиникаһында, башҡаса балаһы тыумаһын өсөн, стерилизация яһатҡан, ә бер йылдан уның балаһы тыуған. Асыҡланыуынса, хәл 2022 йылда була. 45 йәшлек дүрт бала атаһы Максим клиникаға килә һәм башҡаса атай булғыһы килмәүе тураһында әйтә. Табиптар уға ирҙәр контрацепцияһын – репродуктив функцияларҙы бөтөрөү буйынса операция яһай. Бының өсөн ир 30 мең һум аҡса түләй. Операциянан һуң уны барыһы ла яҡшы тип ҡайтарып ебәрәләр, ә былтыр ноябрҙә уның бишенсе балаһы тыуа. Аптыраған ир ДНК тесты яһата һәм баланың ысынлап та уныҡы икәнлеген асыҡлай. Максим һөҙөмтәләр менән кире клиникаға килә. Быны күргән хеҙмәткәрҙәр хәлде ысын мөғжизә тип атай: имеш, ирҙең организмы ныҡлы һәм операцияға бирешмәй. Клиника операция өсөн аҡсаны кире ҡайтарып бирергә тәҡдим итә. Ә ул талап иткән әхлаҡи компенсацияға ризалашмай. Әлеге ваҡытта Максим адвокаттар менән судҡа әҙерләнә. Ул клиниканан баланы һәм уның әсәһен ҡарау

Бөгөн телеграм-каналдарҙа Өфө кешеһенә бәйле яңылыҡ таралды. Күп балалы атай баш ҡаланың билдәле клиникаһында, башҡаса балаһы тыумаһын өсөн, стерилизация яһатҡан, ә бер йылдан уның балаһы тыуған. Асыҡланыуынса, хәл 2022 йылда була. 45 йәшлек дүрт бала атаһы Максим клиникаға килә һәм башҡаса атай булғыһы килмәүе тураһында әйтә. Табиптар уға ирҙәр контрацепцияһын – репродуктив функцияларҙы бөтөрөү буйынса операция яһай. Бының өсөн ир 30 мең һум аҡса түләй. Операциянан һуң уны барыһы ла яҡшы тип ҡайтарып ебәрәләр, ә былтыр ноябрҙә уның бишенсе балаһы тыуа. Аптыраған ир ДНК тесты яһата һәм баланың ысынлап та уныҡы икәнлеген асыҡлай. Максим һөҙөмтәләр менән кире клиникаға килә. Быны күргән хеҙмәткәрҙәр хәлде ысын мөғжизә тип атай: имеш, ирҙең организмы ныҡлы һәм операцияға бирешмәй. Клиника операция өсөн аҡсаны кире ҡайтарып бирергә тәҡдим итә. Ә ул талап иткән әхлаҡи компенсацияға ризалашмай. Әлеге ваҡытта Максим адвокаттар менән судҡа әҙерләнә. Ул клиниканан баланы һәм уның әсәһен ҡарау өсөн аҡса талап итәсәк. Һеҙҙеңсә был осраҡта кем дөрөҫ? Фото: телеграм.