– Дәрестәр ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылды, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Шуны билдәләп үтәм: беҙ ҡәтғи тыйыуҙар ҡуйылған илдәр юлын һайламаныҡ. Ҡытайҙа, мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарында ла телефондар тыйылған. Англияла кеҫә телефондарын дәрестәрҙә ҡулланырға ғына түгел, хатта мәктәпкә лә алып килергә ярамай. Беҙ балаларҙың именлеге өсөн бәйләнештә ҡалыу мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Ата-әсәләр баланың мәктәпкә барып еткәнен, уның менән барыһы ла яҡшымы-юҡмы икәнен белергә теләй. Баланың да кәрәк ваҡытта шылтыратыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бынан тыш, медицина күрһәтмәләре лә бар. Мәҫәлән, глюкозаны өҙлөкһөҙ күҙәтеү системаһы смартфон менән бәйләнгән осраҡтар юҡ түгел. Был беренсе типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн мөһим. Тап ошондай осраҡтар өсөн иҫкәрмәләр бар. Закон проектына ярашлы, “башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереү өсөн уҡыу дәрестәре үткәндә күсмә радиотелефон элемтәһе сараларын файҙаланмаҫҡ
Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефон ҡулланыу тыйыла
15 августа 202415 авг 2024
1 мин