Бөгөн, 15 августа, Баймаҡ районындағы Граф күле буйында “Башҡорт аты” III халыҡ-ара фестивале асылды. Ошо уңайҙан ойоштороусыларҙың береһе, республикала башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү хәйриә фондын булдырыусы, күп ат ярыштары еңеүсеһе Алмас Шөғөров фестивалгә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. – Алмас Шәфҡәт улы, был ҙур фестивалдең тарихына әйләнеп ҡайтайыҡ. Барыһы ла нимәнән башланған? – Минең аттар менән мауығыуым бала саҡтан бер кемгә лә сер түгел. Ярыштарҙа ҡатнашыу, төрлө ат тоҡомдарының яңырыу һәм үҫеш тарихын өйрәнеү мине ат сабыштары һәм төрлө ярыштар үткәреүгә илһамландыра... Илдең Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған сара уҙғарыу шундай идеяларҙың береһе булды. Башҡорт атлылары, француздар уларҙы “төньяҡ амурҙары” тип йөрөткән, 1812 йылда Наполеон ғәскәрҙәренәндә ҙур ҡурҡыу уятҡан. “Тайтулаҡ” конкурсы тап ошондай тарихи ваҡиғаға арналды ла инде. Башҡортостанда ул тәүгә ойошторолдо. Республиканың төрлө райондарынан килгән һыбайлыларға һыбай йөрөргә өйрәнмәгән ҡыр