Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һолоноң шифаһын боронғолар ҙа белгән

Һолоноң тыуған ере – Монголия һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш провинциялары. Уны бойҙай менән арпаға ҡарағанда һуңыраҡ эшкәртә башлайҙар. Кешеләр сәсеүлектәрҙе сүп үләне кеүек баҫып алған үҫемлектең аҙыҡ булараҡ бик файҙалы булыуын аңлап ала һәм уны киң ҡулланылышҡа индерә. Бөгөн беҙҙең туҡланыу рационында һоло ярайһы уҡ киң танылыу алған сеймал һанала. Унан бутҡа, буҙа, кеҫәл, печенье, ҡоймаҡ һәм башҡа ризыҡтар әҙерләйҙәр. Был үҫемлек халыҡ медицинаһында ла борон-борондан ҡулланылған. Ул елһенеүҙе баҫа, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе кәметә. Магнийға бай булыуы йөрәк һәм нервы системаһына ыңғай булышлыҡ итә, ә кремний быуындарҙы нығыта. Һеҙҙең иғтибарға һолонан файҙалы рецептар тәҡдим итәбеҙ. Кеҫәл эшләп ҡарағыҙ Һоло кеҫәле эшләү өсөн ике стакан һоло йәйпәге (геркулес), ярты сәй ҡалағы ҡоро әсетке (сүпрә), бер аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, самалап тоҙ алына. Геркулесты биш-алты стакан һыуға һалып, сүпрә, шәкәр өҫтәйбеҙ. Һауыттың өҫтөн ҡаплап, 8 – 10 сәғәт бүлмә температураһынла тотабыҙ. Артабан һәйбәтләп болғатып, эре тишекле иләк йәки тишекле сүмес аша һөҙәбеҙ. Һөҙөп алынған массаға самалап тоҙ, ике аш ҡалағы май һалып, талғын утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарабыҙ. Болғап торорға онотмағыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут самаһы бешерергә. Әҙер кеҫәлдең өҫтө йыйырсыҡланып, уртаһы соҡорлана башлай. Уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ. Ул ҡалаҡ менән ашарлыҡ ҡуйылыҡта килеп сығырға тейеш. Боронғо һыналған рецептар Һолоноң организмға файҙаһын ата-бабаларыбыҙ ҙа яҡшы белгән һәм уны үҙ рационында даими ҡулланған. Был рецепттар ҙа борондан һыналған. Беренсе рецепт. Бер стакан һолоно таҙартып йыуырға һәм термосҡа һалып, бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Һөҙөп алғас, ашар алдынан эсергә. Төнәтмә тиҙ әсеп бара, шуға күрә көнөнөкөн көн дә эсеп бөтөргә кәңәш ителә. Икенсе рецепт. Бер аш ҡалағы бөтәү һолоноң өҫтөнә төнгөлөккә ярты литр таҙа һыу ҡойоп ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы арпа ярмаһы өҫтәргә мөмкин. Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасын ябып, тағы биш минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ һәм һөҙөп, әлеге һыуҙы көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ. Ун көн эскәндән һуң шул сама ял итергә. Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй. Битте таҙарта Һеҙҙең иғтибарға битте, муйын тирәһен таҙартып, сафландырып ебәрә торған тәбиғи скраб тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн йыуыныу бүлмәһендә йәтеш кенә банкала һоло йәйпәге тотоғоҙ. Күҙ алдында күренеп ултырһа, даими рәүештә ҡулланыуға уңайлы. Бер балғалаҡ самаһы һоло йәйпәген усығыҙға йомоп, саҡ ҡына һыу менән сылатығыҙ ҙа иҙеп йомшартығыҙ. Аҡһыл һут бүленеп сыҡһа, скраб әҙер. Ошо масса менән битегеҙҙе еңелсә ыуығыҙ. Бер-ике минуттан ҡатнашма кибә башлай. Иҙелмәйенсә битегеҙгә йәбешкән һоло йәйпәген еңелсә массаж хәрәкәттәре яһап төшөрөгөҙ. 10-15 минут самаһы башҡа эштәр менән булышырға мөмкин. Ошо ваҡыттан һуң битегеҙҙе йылымыс һыу менән йыуығыҙ. Теләк булғанда, скрабты муйынға ла һөртөргә мөмкин. Тағы бер кәңәш: скраб менән булышҡан саҡта һоло йәйпәге төшмәһен өсөн раковина тишеген салфетка йәки марля менән ҡаплап тороғоҙ. Сәләмәт булығыҙ, файҙаһын күрегеҙ! Фото: nvkz-tub.ru