Белоретта командировкала булған саҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһе Гөлсинә Ғарипова менән осраштыҡ. Уның улы - “Москит” позывнойлы яугир “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хеҙмәт итә. “Москит”ҡа - 26 йәш. Ул Белорет медицина колледжын тамамлап, Блеорет дауаханаһында хирургия бүлегендә эшләгән. – Былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте. Минең әсәйемдең яғынан да, атайымдың яғынан да ике туғандарым алғы һыҙыҡта. Шуға ла улым да бер икеләнеүһеҙ ошо етди ҡарарға килде, – тип һөйләне Гөлсинә Ҡорбанғәле ҡыҙы. “Москит” әлеге ваҡытта ротала старшина булып хеҙмәт итә. Быйыл 8 майҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров уға “Шайморатов генерал” миҙалын тапшыра. 12 майҙа иһә һөнәренә тоғро булған яугирҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем алыуы менән ҡотланы. – Уның менән даими аралашып торабыҙ. Эргәлә булһа, рәхәтерәк булыр ине. Ҡалай итәһең инде, шундай тынғыһыҙ заманда йәшәйбеҙ. Әлбиттә, улым менән ғорурланабыҙ. Ҡустыһы Илнар ҙа, ағаһының юлын дауам итеп, Белорет медицина колледжына уҡырға инде, – тине әсә. Гөлсинә Ғарипова үҙе Балалар поликлиникаһында эшләй. Сығыштары менән Аҙналы ауылынан, әле ҡалала торалар. Яугирҙәрҙе ҡотҡарған, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән изге йөрәкле “Москит” яҡташтары өсөн батырлыҡ өлгөһө булып тора. Яҡындары уның менән лайыҡлы ғорурлана. Яугиргә награда тапшырыу фотоһы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды. Рәмилә МУСИНА фотоколлажы.