Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәрби-тәфтиш бүлегенә – яңы бина

Төбәк етәксеһе хәрби тәфтишселәр коллективын яңы бина менән ҡотланы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. – Һеҙҙең эшегеҙ тышҡы яҡтан күренмәй, әммә Ҡораллы Көстәребеҙҙең оборона һәләтен һәм ҡәлғәһен нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн, ысынлап та, күңелле ваҡиға, һәм беҙ яңы бинаның асҡысын шатланып тапшырабыҙ. Хәҙер һеҙ үҙ бурыстарығыҙҙы уңайлы шарттарҙа үтәй алаһығыҙ, – тине ул. Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Үҙәк хәрби округы буйынса Хәрби тәфтиш идаралығы етәксеһе, юстиция генерал-лейтенанты Радик Гәрәев республика етәкселегенә хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru