Ауыл ситендәге бәләкәй генә иҫке өйҙә яңғыҙ әбей йәшәй. Кеше менән артыҡ аралашмай, башҡа әбейҙәр ише байрамдарҙа аллы-гөллө күлдәк кейеп, матур яулыҡ ябынып ҡунаҡҡа ла йөрөмәй. Әбекәй һирәк-һаяҡ магазинға барып ҡайта. Күршеһендә йәшәгән ғаиләләге килен генә көн аша һөт, йома хәйере тип унда-бында май йәки ҡаймаҡ индерә. Уның ғүмер юлын миңә тап шул ҡатын йәлләп һөйләгәйне. ...Олоғайып, Үзбәкстандан күсеп ҡайтҡан ул. Һуғышҡа тиклем тормошҡа сығып, бер малай тапҡан, ире Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алынып, һәләк булған. Тиҙҙән тол ҡалған Рабиғаны ағас ҡырҡыу эшенә ебәрәләр, улы әсәһе менән ҡала. Һуғыш бөткәнсе йөрөй ул Белорет урмандарында. Ике йәшлек кенә булып ҡалған малай өс йыл өйҙә булмаған әсәһенән тамам һыуынып, өләсәһенә ныҡ эҫенгән була. Тиҙҙән Рабиға ҡалаға төҙөлөшкә эшкә юллана. Улын әсәһе бирергә теләмәй, үҙе лә әсәйемә иптәш булһын тип уйлай. Унан яҙмыш елдәре уны Үзбәкстан яҡтарына илтә, шунда тормошҡа сыға. Әммә бүтән балаһы булмай, “билдән көрт кисеп