Башҡортостандың Балаҡатай районында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында Физкультурниктар көнөнә арналған сағыу байрам уҙҙы. Яңы Балаҡатай ауылының 2-се мәктәбе спорт базаһы бөтә спорт һөйөүселәр өсөн ысын аренаға әйләнде. Сараға сәләмәт тормош яҡлылар, спорт ветерандары, йәш спортсылар һәм тренер-уҡытыусылар йыйылды. Спорт майҙансыҡтарында балалар һәм өлкәндәр төрлө спорт төрҙәрендә, волейбол, футбол, лапта, стритбол, шахмат, дартс һәм өҫтәл теннисы буйынса уйындарҙа ярышты. Һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл тапты. Урындағы тренерҙарҙың мауыҡтырғыс ярыштары һәм оҫталыҡ дәрестәре тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Байрам аҙағында спортсыларға һәм тренерҙарға, шулай уҡ спорт ветерандарына лайыҡлы дипломдар, маҡтау грамоталары һәм кубоктар тапшырылды. "Физкультурник көнө ярышыу ғына түгел, ғаилә һәм дуҫтар менән ваҡытты бик яҡшы уҙғарыу мөмкинлеге лә булды. Биләгән урындарына ҡарамаҫтан, ошо спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә күтәренке рух, энергия һәм яҡшы кәйеф алды”, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.