Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт спортсыһы рекорд ҡуйҙы

Башҡортостан спортсыһы Даяна Нафиҡова ҡыҙҙар һәм үҫмер ҡыҙҙар араһында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса чемпион булды. IX донъя чемпионаты Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында бара. Яҡташыбыҙ 17-18 йәшлек спортсылар араһында ҡаршылыҡтар булған 100 метр арауыҡтағы дисциплина буйынса ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Финал ярышында Даяна үҙ арауығын 16,34 секунд һөҙөмтәһе менән үтте һәм быға тиклемге донъя чемпионаттары рекордын уҙҙы. Рәсәй командаһында өс башҡорт спортсыһы бар. Улар: Валерия Булыгина, Александра Тягушева һәм Даяна Нафиҡова. Чемпионатта илебеҙҙән, Словакия, Латвия, Чехия, Болгарии һәм Беларусь Республикаһынан, шулай уҡ күҙәтеүселәр сифатында Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенән вәкилдәр ҡатнаша. Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.