Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәребеҙ тураһында документаль фильм төшөрөлә

“Пятнашка” хәрби интернациональ бригадаһының ижади төркөмө Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ирекмәндәр тураһында документаль фильмдар серияһы өҫтөндә эшләй башланы. “Доброволец” тигән исем менән беренсе фильм төшөрөү тамамланыуға яҡынлаша. Картина Башҡортостан яугире – республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченкоға арналған. Фильм авторҙары Алексей менән таныш булғандар, шул иҫәптән туғандары һәм уҡытыусылары, хеҙмәттәштәре һәм коллега-депутаттары менән аралаша. Фильм төшөрөү яугирҙең тыуған яғында, хәрби часта һәм алғы һыҙыҡта бара. Өфөлә фильмдың ижади төркөмө Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа булып, парламент Рәйесе Константин Толкачев менән әңгәмәләште. Һорауҙарға яуап биргәндә парламент спикеры депутатты ҡулына ҡорал алырға нимә этәргәне, сәйәсмәндән яҡшы яугир, ә яугирҙән яҡшы сәйәсмән килеп сығамы-юҡмы икәне тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Константин Толкачев МХО биләмәһендә Дәүләт Йыйылышы депутаты Яков Кугубаевтың да булыуын билдәләне. Бынан алда элекке Саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Булат Йомаҙилов та үҙ теләге менән ҡатнашҡан. – Алғы һыҙыҡта Башҡортостандан хәрби хеҙмәткәрҙәр күп, – тине Константин Толкачев. – Республикабыҙ иҫәбендә Рәсәй Федерацияһының һигеҙ геройы бар. Баштан уҡ Башҡортостан махсус хәрби операция үткәреү тураһындағы ҡарарҙы теләп хупланы, һәм бөгөн ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн фронтҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Оҙаҡ ваҡыт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, ә хәҙер БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов булды. Хәрби хәрәкәттәрҙә муниципалитет хакимиәттәре вәкилдәре, муниципаль советтарҙың күп кенә депутаттары ҡатнаша, – тине К. Толкачев. Фильм өҫтөндә эште октябрь башында тамамлау планлаштырыла. Фото: Башинформ.