1 августа Өфөлә республика Башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың Йәмәғәт ярҙамы штабы асылды. Уны асыу тантанаһында күренекле йәмәғәтселәр, эксперттар, төрлө һөнәр һәм эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре йыйылды. Асыу тантанаһында Штабтың рәйестәштәре менән таныштырҙылар. Был яуаплы йәмәғәт эше Рәсәй Геройы Борис Дудкоға, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнинаға, хәрби журналист Ильяс Батыргәрәевкә тапшырылған. – Беҙҙең йәмәғәт ярҙамы штабының бурыстарына ирекмәндәрҙең һәм агитаторҙарҙың эшен ойоштороу, республиканың күп һанлы йәмәғәт ойошмалары, профессиональ берлектәр һәм берләшмәләр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү инә. Беҙгә, Штабҡа, килгән бер кемде лә ситтә ҡалдырмау мөһим. Бурыс – һәр кемде аңлау. Төбәгебеҙҙе үҫтереүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла Штабҡа килеп, ошондай мөмкинлек алырға тейеш, – тип билдәләне Ольга Шевнина. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов сығышында бөгөн һәр граждан алдында торған мөһим сәйәси, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йәмғиәтте туплау кәрәклеге хаҡында һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика биләмәһендә һайлау үтә. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙасаҡ: 54-се Өфө һайлау округында – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ 113 – урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, Межгорье ябыҡ автономлы округтың ҡала округы һәм 81 ауыл биләмәләре советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау ҡаралған. Фото: bashkortostan.er.ru