Ҡайһы ауыл малайының арғымаҡта елдәй елеп сапҡыһы, өйөр-өйөр йылҡы көткөһө, иркә ҡолонсаҡтарҙы һөйгөһө килмәй икән? Ә инде үҙең дә ат йәнле икәнһең, тимәк ул һинең өсөн хыял ғына түгел, йәшәү мәғәнәһе лә. Тап шулай уйлай сираттағы геройым – ат спорты буйынса үҙ эшен асҡан Фәнүз Үҙәнбаев. Күптәр йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп, башҡорт тоҡомло аттар үрсетһә лә, бик аҙҙары ғына үҙ хужалығында ат спортын үҫтереү йүнәлешен үҙ иткән. Сөнки был йүнәлештә эш алып барыу еңелдән түгел, үҙенә күрә байтаҡ ҡына нескәлектәре лә, проблемалары ла бар. Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәгән Фәнүз Үҙәнбаев бала саҡ хыялын социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса тормошҡа ашыра алған. Дәүләттән бирелгән 350 мең һумдың, 150 меңенә һыбай йөрөү өсөн тәғәйен эйәрҙәр, каска, экипировка әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алған. Быларҙың барыһы ла туристарҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн дә кәрәк. Шулай уҡ аттарҙы йөрөтөү өсөн уңайлы тағылма арба, ике ат (бейә менән айғыр) һатып а