2 августа Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды, унда Рәсәйҙең Һауа десанты ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. – Ошондай көндө алдығыҙҙа тороу – минең өсөн ҙур хөрмәт. Һәләк булған десантсы, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исемен йөрөткән паркта сарабыҙҙы үткәрәбеҙ. Һеҙ уның тураһында барыһын да беләһегеҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Һауа-десант ғәскәрҙәре иң ҡатмарлы һәм ауыр бурыстарҙы башҡара. Ҡайһы саҡта үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла маҡсаттарға өлгәшәләр. Яугирҙәргә яҡты иҫтәлек. Һәләк булған бер кешене лә онотмаясаҡбыҙ. Республика ошо егеттәрҙе хәтерләйәсәк. Үҙебеҙҙең илде ҡорал менән һаҡлаусыларға һәр саҡ хөрмәт белдереп, ярҙам ҡулы һуҙып торорбоҙ. Бөгөн ҡунаҡтар араһында – Афғанстанда Ватанды һаҡлаусылар күп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәш егеттәр ҙә бар. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ һәм һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡараясаҡбыҙ. Төбәк етәксеһе МХО яугирҙәрена булышлыҡ