2 августа республикаға идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын уҙғарҙы. Унда Совет ағзалары, төбәктең традицион конфессияларының дини лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәре ҡатнашты. Ултырыштың көн тәртибендә – төбәк биләмәһендә сит ил граждандары менән эште ойоштороу мәсьәләләре. Эш башында Башҡортостан Башлығы республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлауға ҙур иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Башҡортостан милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ биләмәһе, туғандарса берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты нығытыу миҫалы булды һәм булып ҡала, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ әүҙем үҫешә. Яңы төҙөлөштәр, инвестиция проекттары башлайбыҙ. Шуға күрә кадрҙар ресурстарына, шул иҫәптән хеҙмәт мигранттарына ихтыяж бөгөн юғары, әлбиттә. Башҡортостанға уҡырға йәки эшкә килгән сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуына системалы ҡараш кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. – Федераль кимәлдә миграция сәйәсәте йүнәлештәрен көйләүсе заманса норматив хоҡуҡи база булдырылған. Беҙҙең бурыс – урындарҙа һөҙөмтәле эште белеп төҙөү. Тәү сиратта сит ил граждандарының төбәктә йәшәү, уҡыу һәм эшләү шарттарына социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуын тәьмин итергә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ уларҙың рус телен уңышлы үҙләштереүе, Рәсәй йәмғиәтендә ҡабул ителгән тәртип нормаларын үҙләштереүе, уларҙа хоҡуҡи аң һәм хоҡуҡи мәҙәниәт формалаштырыуы, традицион Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә ылыҡтырыу өсөн тулы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Был алымдарға таянып, беҙ мигранттарға ҡарата эш төҙөргә тейеш тә. Ултырышта ҡатнашыусылар сит ил граждандары менән үҙ-ара эш итеү өлөшөндә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың төрлө аспекттарын тикшерҙе. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙенең докладында социаль һәм мәҙәни яраҡлашыу мәсьәләләренә иғтибар бүлде. – Сит ил хеҙмәткәрҙәре республика үҫешенә, уның иҡтисадының тотороҡло эшенә тос өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттә кире кәйефтәрҙең артыуын һәм мигранттарҙың тәртибе менән ҡәнәғәт булмауын билдәләйбеҙ, - тине Азат Бадранов. Был мәсьәләне хәл итеү сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары республика башҡарма власть органдарын миграция сәйәсәтенең тәғәйен йүнәлештәренә беркетергә тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта урындағы кимәлдә бындай муниципаль программалар әҙерләргә кәрәк. Тағы ла бер башланғыс – сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуында ҡатнашыусы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм бындай проекттарҙың социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға дәғүә итә алыуын билдәләне. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Евгений Полтавец төбәктә мигранттар менән бәйле енәйәти хәл тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, республикала миграция иҫәбендә бөтәһе 83 меңгә яҡын сит ил гражданы тора. Улар ҡатнашлығында ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар өлөшө төбәк биләмәһендәге енәйәттәрҙең дөйөм һанынан ни бары 0,6 процент тәшкил итә. Ултырышта шулай уҡ республиканың дини лидерҙары – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй, Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты составындағы Төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Мөхәммәт Тажетдинов һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин сығыш яһаны. Мигранттарҙың күбеһе республикаға мосолман илдәренән килә, тип билдәләне улар. Шуға күрә дини аң-белем таратыу эшмәкәрлегенә, шулай уҡ мигранттарҙы мәҙәни көн тәртибенә йәлеп итеүгә иғтибар бүлеү мөһим. Шуға бәйле Башҡортостан Башлығы Өфөлә яңыртылған Халыҡтар дуҫлығы йортон булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә һәм баш ҡала хакимиәтенә учреждениеның проекты һәм уны урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. – Беҙ бер нисә йыл Халыҡтар дуҫлығы йортон булдырыу хаҡында һөйләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, ошондай ҡарар ҡабул итәйек. Бер ай эсендә яңыртылған учреждениеның проекты буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Бында төрлө варианттар булыуы мөмкин, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Ошо майҙансыҡтың милли-мәҙәни автономияларыбыҙҙы уратып алыуы, ысын конфессия-ара һәм милләт-ара дуҫлыҡ үҙәгенә әүерелеүе мөһим. Сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуында муниципалитеттарҙың эше ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында улар менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов һөйләне. Ул, атап әйткәндә, ҡала һәм райондарҙа, шул иҫәптән социаль селтәрҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр мониторингы һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Бынан тыш, Үҙәк белгестәре йәмәғәтселек фекерен асыҡлау өсөн даими рәүештә төрлө социологик тикшеренеүҙәр һәм халыҡтан һорау алыуҙар үткәрә. Шулай уҡ ултырышта Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың Эксперт комиссияһы составы раҫланды. Эш аҙағында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Совет ағзаларына эшлекле дискуссия өсөн рәхмәт белдерҙе һәм милләт-ара дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.