Шулай килеп сыҡты: мин – икенсе ҡатын. Әсәйем бала саҡтан, нисек тә беренсе ҡатын булырға тырыш, тип үҫтерҙе. Имеш, беренсеһе — Хоҙайҙан, икенсеһе... Тик мөхәббәт булған ерҙә ни эшләйһең инде? Кәбирҙе осраттым да башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Ул — бик изге күңелле кеше. Тырыш, аҡыллы, сабыр, йомарт. Бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙенә йыйған. Матур итеп дуҫлаштыҡ, һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Эш туйға табан бара башлағас, ул сере менән уртаҡлашты. Баҡһаң, ҡасандыр өйләнгән булған икән. Эйе, үҙе шундай яҡшы булып та, утыҙҙы үткәнсе яңғыҙ йөрөүе тәүҙә аптыратҡайны шул. Ә ул айырылып та өлгөргән икән. Етмәһә, улы ла бар. Тик ҡатыны хыянат иткән һәм улын алып, икенсе бай ир артынан сит илгә сығып киткән. Улар араһында бәйләнеш өҙөлгән. Ҡатыны үҙе тураһында ла, улы хаҡында ла ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа белдермәгән. Мин, ул саҡта йәш һәм ғашиҡ ҡыҙ, быға әллә ни иғтибар итеп торманым. Әсәйем генә, уның менән таныштырып, кейәүгә сығам тигәс, шиктәрен белдереп ҡараны, тик мин ишетмәнем дә. Матур итеп туй үтк