Сәнәғәт үҫеше мәсьәләләре һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етештереү генералдарының һәр береһен шәхсән белә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе улар менән туранан-тура хәл итә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың һәр этабын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, кәрәкле ресурстарҙы үҙ ваҡытында йүнәлтә. Комплекслы һәм системалы эш итеү үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Башҡортостан иң йоғонтоло сәнәғәт сәйәсәте алып барылған төбәк икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Республикала бөгөн 12 индустриаль һәм 19 техник парк эшләй. Төбәктә туғыҙ сәнәғәт кластеры булдырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Башҡортостанда беҙ предприятиеларҙы күп төҙөйбөҙ. Уларҙа хеҙмәт шарттарының һәйбәт һәм эш хаҡының лайыҡлы кимәлдә булыуы үтә лә мөһим. Был мәсьәләне беҙ һәр саҡ контролдә тотасаҡбыҙ. Сәнәғәт етештереүе һәм иҡтисад беҙҙең республика Хөкүмәте өсөн – төп һәм нигеҙ бурысы. Һеҙ булмаһағыҙ – һалымдар килмәйәсәк, социаль үҫеш тә, башҡа бер нәмә лә булмаясаҡ. Шуға күрә сәнәғәт үҫешенә бәйле барлыҡ нәмә минең шәхси иғтибар өлкәһендә була. (XIX Рәсәй сәнәғәт форумындағы сығыштан, 2020 йылдың 26 феврале) Ил төбәктәре араһында иҡтисад буйынса көнәркәшлек көслө. Сәнәғәт сәйәсәте һәм уға бәйле булған барлыҡ нәмә бөтә биләмәләр өсөн дә көнүҙәк булып тора. Айырыуса санкциялар һәм тыштан баҫым шарттарында алдынғылыҡты юғалтмау – ҡатмарлы эш. Башҡортостан был йәһәттән үҙ кимәлен төшөрмәй. Республикала сәнәғәт сәйәсәте бер юлы бер нисә йүнәлештә алып барыла: дәүләт ярҙамы (предприятиелар кредитты реструктуризациялау һәм яңы заемдар өсөн гарантия ала, уларға сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия бирелә), предприятиелар менән тура эш итеү юлға һалынған. “Сәнәғәт сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә, ведомство-ара комисияларҙы һәм “Ростех”, “Газпром”, Урал тау-металлургия компанияһы, “Башнефть”, “Сода” кеүек ҙур корпорациялар берлектәге эш төркөмдәре киң мәсьәләләр түңәрәген – инфраструктураны үҫтереүҙән алып предприятиеларҙың сәнәғәт кооперацияһына тиклемге маҡсаттарҙы хәл итә. ФЕКЕР Михаил ЮРИН, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары: – Башҡортостан – химик етештереү, шулай уҡ нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү юғары кимәлдә үҫешкән ҡеүәтле индустриаль төбәк булып тора. Республиканың флагман предприятиелары бөтә илгә билдәле. Улар импортты алмаштырыу һәм яңы технологиялар индереү буйынса әүҙем эш алып бара. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа минситрлығы исеменән республикаға етештереү базаһын, фәнни, мәғариф һәм кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүҙә артабанғы уңыштар теләйем. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.