Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың программаһы бөтә илгә таратыла

Башҡортостан Хөкүмәте 10 йыл элек раҫлаған “Торлаҡ төҙөлөшө һаҡланмаһы” программаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында белдерҙе. Андрей Назаров әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө тармағы бөгөн кисергән үҙгәрештәр мәлендә ошо программа көнүҙәк булып тора. “Был осраҡта торлаҡ төҙөлөшө һаҡланмаларының роле көсәйә бара, ул беҙҙең республикала күп йылдар элек булдырылғайны. Беҙ йыл һайын ҡаҙнанан ошо программаның тормошҡа ашырылыуын финанслайбыҙ. Халыҡ аҡсаһын туплай, бының өсөн торлаҡ һатып алыуға республика премияһына лайыҡ була. Был башҡа субъекттар өсөн дә миҫал. Беҙ уны артабан үҫтерәсәкәбеҙ, сөнки ташламалы ипотека бөтөү сәбәпле тыуған сығымдарҙы алмаштырыу талап ителә”, – тине Андрей Назаров. Спикер билдәләүенсә, тармаҡ яңы шарттарға яраҡлаша бара. Тәүге ярты йыллыҡта республикала 1,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырылған. Был иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләгән күләмгә ирешергә – йылына 3,3 миллион квадрат метрҙан да кәметмәҫкә мөмкинлек бирә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.