Фронт һыҙығындағы ваҡиғалар Тыуған илен кем ысын күңелдән яратҡанын һәм бының өсөн барыһын да бирергә әҙер булғанын асыҡ күрһәтә. Ысын геройҙар, ҡыйыу һәм тәүәккәл кешеләр, ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡларға әҙер. Шуларҙың береһе – “Бодрый” позывнойын йөрөткән отставкалағы полиция подполковнигы. Махсус хәрби операцияға бармаҫҡа сәбәптәре күп була уның: күп балалы атай, полицияла эшләү йылдары ла эҙһеҙ ҡалмаған – һаулығы ҡаҡшаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул ҡәтғи ҡарарға килеп, үҙ ирке менән Салауат Юлаев исемендәге батальонға яҙыла. Ҡайҙа хеҙмәт иткәне хаҡында һорағанда, “Бодрый” ҙур ғорурлыҡ менән формаһы еңендәге билдәне күрһәтә.– Доброволец булырға этәргән күңел ынтылышын бер-ике һүҙ менән генә аңлатып булмаҫ, – ти ул. – Был ниндәйҙер ҡапыл тыуған хис түгел, ә аңлы, төрлө яҡлап үлсәнелгән һәм, әлбиттә, бик ҡатмарлы ҡарар ине.Ә бит хәҙер күп кенә аҡыл һатырға яратҡан кеше, диванда ятҡан килеш кенә телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап, үҙҙәре фронтта булһа, ни тиклем аҡыллы эш итерҙәре тураһында