Өләсәйем мине йәлләп дауаханаға алып бара, үҙенсә дауалай ине. Тик мәктәпкә барып бер аҙна уҡыһам, ике аҙнаһын йортта үткәрер инем ауырып. Өләсәйем күрше ҡарсыҡҡа: “Бала һаман ҡайғырып ауырыйҙыр инде”, - тигәнен ишетеп ҡалдым. Ҡайҙан инде, миңә, киреһенсә, ауылда шул тиклем рәхәт ине. Атайым менән әсәйем талашыуҙан туҡтаманы, һуңынан айырылышып ҡуйҙылар. Мин кем менән йәшәргә тейеш, тип тартҡылаша башлағастар, өләсәйем мине үҙенә алып ҡайтып китте. Уның менән икәүләп кенә тыныслыҡта йәшәүе бик оҡшай ине, әммә йыш ауырый башланым. Бер көн уйламаған ерҙәге сөйгә төкөп, башым туҡтамаҫтан ҡанап алып киткәс, өләсәйемдең бөтөнләй ҡото осто. Фельдшер йүгереп килеп, йәрәхәтте ҡарап, бәйләп китте. Өләсәйемә сәй эсергә ингән күрше ҡарсыҡ: “Был тиккә түгел, уйламаған ерҙән ауырып, ҡолап тик йөрөй ейәнең. Һин уны Нәстәгә алып бар”, - тине. Икенсе көн бар кеше баба Настя тип йөрөткән әбейгә киттек. Мин генә түгел, өләсәйем дә ҡурҡа-ҡурҡа өйгә индек. Унда ниндәйҙер үлән һәм яңы бешкән икмәк еҫе тара