Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

Көн тәртибендә Башҡортостанда һәм Төркиәлә берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары ҡаралды. – 2023 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Быйыл “Лимак” холдингы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының беренсе сиратын – төбәктең мөһим инфраструктура объектын төҙөүҙе тамамланы, – тине республика етәксеһе. Төркиә Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан менән артабан хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. – Өфөгә килгәс, төркиә бизнесы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙем. Эшҡыуарҙар Башҡортостанда эшләү менән ҡәнәғәт, – тине Танжу Бильгич. – Беҙҙең бурыс – сауҙаны һәм инвестицияларҙы артабан да үҫтереү. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән Төркиә араһында авиабәйләнеште үҫтереү, Төркиә Республикаһының Өфөләге Почетлы консулы офисын асыу перспективалары һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Фото: glavarb.ru