Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәктәп күркәмерәк буласаҡ

Өфөлә 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, 119-сы мәктәпте ремонтлаясаҡтар. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф “милли проектына (национальный проект “Образование“) ярашлы тормошҡа ашырыла. Әле объекттың төҙөлөш әҙерлеге 70 процент тәшкил итә. Һыу тәьминәте тулыһынса әҙер, бинаның фасады 80 процентҡа төҙөкләндерелгән. Кластарҙа иҙән аҫты тулыһынса түшәлгән, стеналар һыланған. Эш уҡыу йылы башланыр алдынан тамамланырға тейеш. “Быйыл капиталь ремонт программаһына бер мәктәп инде, киләһе йылда тағы ла икәүһе ремонтланасаҡ, ике йылдан 15 мәктәптә ремонт башланасаҡ. Ә Өфөлә барлығы 70 мәктәп ремонтҡа мохтажлыҡ кисерә”, – ти баш ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев. Быйыл республикала мәктәптәрҙе ремонтлауға 1,48 миллиард һум аҡса бүленгән. Июлдә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы 2025-2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға өҫтәмә заказ бирҙе. Фото: “Башинформ”.