Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был кабинет балалар өсөн ныҡ кәрәк

Башҡортостан Республикаһының Архангел ауылынан “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан Елена Кузнецова үҙ логопедия кабинетын асыуға 350 мең һум күләмендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһынан адреслы социаль финанс ярҙамын алды. 2023 йылда бүленгән аҡсаны ул махсус мебель һәм ҡорамалдар, офис техникаһы һәм дидактик материал һатып алыуға йүнәлткән. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса муниципалитеттарҙа аҙна һайын “эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторола. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған бизнесҡа ярҙам итеүҙең уңайлы ҡоралы, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Елена Кузнецова махсус белемгә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эш стажына эйә. 2023 йылда Елена үҙенең логопедия кабинетын асырға ҡарар итә. Ярҙам алып, эш башлай һәм бизнесын киңәйтергә ниәтләй. – Статистика телмәр аппараты

Башҡортостан Республикаһының Архангел ауылынан “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан Елена Кузнецова үҙ логопедия кабинетын асыуға 350 мең һум күләмендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһынан адреслы социаль финанс ярҙамын алды. 2023 йылда бүленгән аҡсаны ул махсус мебель һәм ҡорамалдар, офис техникаһы һәм дидактик материал һатып алыуға йүнәлткән. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса муниципалитеттарҙа аҙна һайын “эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторола. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған бизнесҡа ярҙам итеүҙең уңайлы ҡоралы, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Елена Кузнецова махсус белемгә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эш стажына эйә. 2023 йылда Елена үҙенең логопедия кабинетын асырға ҡарар итә. Ярҙам алып, эш башлай һәм бизнесын киңәйтергә ниәтләй. – Статистика телмәр аппараты етешһеҙлектәре булған, уның эшмәкәрлеге боҙолған балаларҙың артыуын билдәләй. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һанлаштырыу балаларҙың телмәрен үҫтереүгә кире йоғонто яһай һәм ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан өҫтәмә иғтибар талап итә. Минең проект – ул файҙа килтереү һәм аныҡ һөҙөмтәләрҙе күреү мөмкинлеге, – ти Елена Юрьевна. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Архангел районында бөтәһе 25 “эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарылған, уларҙа 25 инвестиция проекты ҡаралған. Дөйөм инвестициялар күләме 180 миллион һум тәшкил иткән. Шуның менән бергә 90 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Архангел районы хакимиәте.