Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ямғыр туҡтарға уйламай ҙа...

Яуым-төшөм мул булыуы арҡаһында Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Стәрлетамаҡ районында дүрт юлды һыу баҫты. Һыу аҫтында ҡалған йорттар һәм ихаталар әлегә юҡ. Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле, Өфө янындағы “Козарез” һәм “Альбатрос” баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдың 100 метры һыу аҫтында ҡалды. Был урында сикләү билдәләре элеп ҡуйылды, ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. Һуңғы тәүлектә һыуҙың иң юғары кимәле шулай булды: Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһының кимәле бер тәүлектә 74 сантиметрға күтәрелде; Иглин районының Ҡарашиҙе ауылы янында Ҡариҙел йылғаһы бер тәүлектә 41 сантиметрға артты, әле уның кимәле 459 сантиметр, үҙәнгә ағып сығыу кимәле 1084 сантиметр; Ағиҙел йылғаһының кимәле баш ҡаланың Дуҫлыҡ монументы районында 47 сантиметрға күтәрелде, әлеге кимәле 280 сантиметр тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел йылғаһы Белорет районының Ломовка ауылы янында 69 сантиметрға түбәнәйҙе, Әй йылғаһы Дыуан районының Мәсәғәүт ауылы эрһәһендә 55 сантиметрға төштө. Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең һыу һаҡлағыстарында артыҡ һыуҙы ағыҙыу дауам итә. Ямғырлы көндәр дауам итеү сәбәпле, халыҡҡа таулы урындарға сәйәхәткә сыҡмай торорға, һыу объекттары янында һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Фото: “Башинформ”.