Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уттарға буталып алмалар яуғанда…

Уттарға буталып алмалар яуғанда… Теүәл бер йыл элек булғайным махсус операция биләмәһендә. Унда мин үҙ күҙем менән нимәләр күрҙем – шуны түкмәй-сәсмәй тигәндәй уҡыусыма еткерергә тырыштым, бурысым шул ине. Гәзит-журналдарҙа баҫылды, китап булып та сыҡты был яҙмалар. Аңлап, яратып ҡабул итте уны уҡыусы. Был сәфәргә тағы ла үткән йылдағы кеүек һыналған юлдашым, окопташым, яуҙашым, ҡәләмдәшем Вәдүт Исхаҡов менән юлландыҡ. “Башҡортостан” гәзите баш мөхәрриренең был биләмәгә өсөнсөгә инде барып ҡайтыуы. Рулде, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик тә оҫта һәм сая егетебеҙ Айнур Абдуллинға ышанып тотторҙо беҙҙе оҙатып ҡалған “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы етәкселеге. Үҙгәрештәр бик күп – Бер йыл эсендә үҙгәрештәр күпме? – ҡайтҡас йыш ҡына ошо һорауҙы бирҙеләр. “Һоро, күңелдә шик уятыр бер төҫ бар бында. Шымып ҡалған өйҙәрҙәме, һаҡ ҡына атлаған, сит кешегә һиҫкәнеп ҡараған кеше­ләрҙең хәрәкәтендәме, иҫке маши­наларҙың гөрһөлдәп ишетелгән тауышындамы... Нисектер тормош туҡтап торған да яйлап ҡына хәрә­кәткә килә башлаған кеүек”, – тип яҙғайным теге яҙмамда. Үҙгәрештәр бик күп. Үткән йылғы һоро тормош юҡҡа сыҡҡандай. ЛХР-ға килеп ингәс тә күҙгә ташлана һәйбәт күренештәр. Юлдарға асфальт түшәлгән, емерелеп бөт­кән туҡталыштар яңы төҫ алған, буялған. Үткән йыл юл ситендәге янып, ҡороп ятҡан ағас урынына оҙон булып яңы үҫентеләр ҡалҡып сыҡҡан. Бында йылы булғанғамы, ер уңдырышлымы, ағасы-башҡаһы күҙгә күренеп тиҙ үҫә. Баҫыуҙар сәселгән. Херсон яғына йүнәлгәндә йөҙҙәрсә саҡрым туҡ башаҡлы иген яландары оҙатып бара. Юлда уҡ уларҙың шул тиклем тос башаҡлы икәне күҙгә ташлана, төшөп, бала саҡтағы кеүек, уста ыуып ҡабып ебәрге килә. Тик төшмәйбеҙ, ҡурҡыта, юлдан ситкә тайпылырға ярамай – был ҡағиҙә һәр урынға ла ҡағыла – мина-фәлән ятыуы ихтимал. Баҫыуҙарҙың уртаһында, аҡҡоштарҙы (ни өсөндөр күңелемә шундай сағыштырыу килде) хәтер­ләтеп, дошман танктарына ҡаршы ҡуйылған аҡ төҫтәге бетон өсмө­йөштәр – ҡаршылыҡтар теҙел­гән. Уларҙы “аждаһа тештәре” тип йөрөтәләр. Июндең 23-ө, ә унда комбайндар иген һуғырға төшкән. Байлыҡ ти­рәләр, байлыҡ уралар. Һуғыш биләмәһендә йөрөйбөҙ, тип һис тә уйламаҫһың. Һуңынан яугирҙәрҙән: “Бөтә ерҙә – мина, ҡурҡмайҙармы ни һуң?” – тип һораныҡ. Ҡурҡам тип, көн дә икмәк ашайбыҙ бит, ер уңдырышлы ла, ҡәҙерле лә бында, тинеләр. Ер, Ватан ҡайҙа ла ҡә­ҙерле инде ул. Шулай ҙа ер һөргәндә ике тәгәрмәсле трактор минала шартлаған, хужалары былай иҫән ҡалған... Ҡанһыҙ һуғыш барған Мариуполь ҡалаһын күреп, иҫем китте. Харабалар, ташландыҡ йорттар ҡаршы алыр инде, тиһәм... ялтырап ятҡан юл, өр-яңы заманса сағыу күп ҡатлы йорттар тора. Магазиндар, кафелар, кәрәкле бар хеҙмәт­ләндереү ойошмалары эшләй. Беҙ ҙә, егеттәр белеп инеп йөрөгән кафеға туҡталып, ултырып алдыҡ, хаҡтар беҙҙәгесә, 600 – 700 һумға ныҡлы тамаҡ туйҙырып була. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә, таҙа кейемдә, итәғәтле официанттар, аштары тәмле. Тик кафе ихатаһына ингән ишектә “С оружием не входить, на территории находятся женщины и дети” тигән иғлан ғына бер аҙ шом һала. Атаҡлы “Азовсталь”, һуңынан мәх­шәр ояһына әйләнгән завод билә­мәһе ҡара тынлыҡҡа сумған, уның янындағы харабалар шом ғына түгел, күңелде аҡтарып сығарыр хәүеф, ҡурҡыныс тойғолар уята. Был тирәлә бер нисә фотокадр төшөрҙөк тә тиҙерәк китеү яғын ҡараныҡ. “Һәм шуныһы ҡыҙыҡ, элекке совет заманындағы машиналарҙың күплеге хайран итә. “Волга”, “копейка”, “шестерка”... Тәүҙә “Днепр”, “Урал” бишекле матайҙарын күреп ултыра төшкәйнем, боронғо ике “запарай”ҙы күргәс, күҙем шар булды...” – шулай тип теркәгәйнем үткән йыл. Бер-ике “шестерка”нан башҡа совет иле техникаһы башҡа күҙгә лә ташланманы, буғай, был юлы. Тик иномаркалар тегеләй-былай саба. Барыһы ла тиерлек Рәсәй номерҙары менән, әлбиттә. Шулай ҙа теге раритеттар ҡайҙа булған һуң ул? Нисек улай, тип һорайым егеттәрҙән. Бер йыл эсендә шулай тиҙ байыма­ған­дарҙыр бит? “Матур саҡтарға тиклем шәп аттарын гаражда тот­ҡандар йә Рәсәйгә сығарғандар улар, бында шаҡы-шоҡо барма­ғанмы?” – тип көләләр. Был хәбәр ысынмы-юҡмы, белмәйем, нисек кенә булмаһын, урам тулы затлы машиналар. “Тулы” тигәндән, кеше күп, халыҡ өйҙәренә ҡайтҡан. Кискеһен йорттарҙың тәҙрәләренән балҡыған уттар ҡалаға йәшәү төҫө бирә, уларҙың һаны күҙгә күренеп артҡан. Үткән йыл улар ташлан­дыҡ, ҡарасҡы хәлендә ине, инеү түгел, ҡарауы ҡурҡыныс булды өнһөҙ, йәнһеҙ ҡатлы йорттарға. Мариуполдә пляжға барып, Азов диңгеҙендә сумып сыҡтыҡ. Халыҡ шау-гөр килеп тора, тиҫтә саҡрым­дарҙа туптар шартлай, тип уйла­маҫһың да. Пляждар заманса, ваҡ ҡом, киосктар, душтар... Кешеләр ҡәнәғәт, балалар сыр-сыу килә. Әлбиттә, Рәсәйҙән килгән төҙөүсе, юлсылар, башҡалар ҙа етерлек инде. Мариуполдә бер йыл элек фатирҙарын осһоҙ хаҡҡа һатыу­сыларҙың иғландары күп ине, бөгөн хаҡтар инде ныҡ тешләшә, тигән хәбәр ҙә булды. Диңгеҙ буйы бит, аңлашыла. “Ер еләге өҙөп ҡабыр инем” Каховск һыу һаҡлағысы ярҙа­рындағы биләмәлә йөрөгәндә ерҙә тәгәрәшеп ятҡан абрикостарҙы күреп хайран булдым, мул емеш­тәрҙән ботаҡтары ергә тиклем эйелгән сейә, черешняларҙы йый­мауҙарына, яугирҙәрҙең ашамау­ҙарына иҫем китте. Яугир емеш ҡыуағы төбөндә тартып ултыра, ел ыңғайына маңлайына, елкәһенә сейә тейеп китә, ялтана, тик ашамай. Нишләп ашамайһығыҙ, тим дә. “Тәүҙә генә тәмле ул, хәҙер ҡыҙыҡ түгел, эскә тейә, үҙ ере­беҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы”, – тине Ҡалтасы егете. Шулай инде, үҙ ереңдә үҫкән әрем дә татлы, тигәндәре шул булалыр. Был сәфәремдә мин унда, ғөмүмән, илемдә, кеше күңел­дәрендә барған үҙгәрештәрҙе, кисерештәрҙе яугирҙәр күҙлегенән бирергә тигән бурыс ҡуйҙым, йәғни ике йыл буйы дары еҫкәп, көн дә үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, илен гуманистик кешелекте аңһыҙ маймыл (был йәнлекте кәмһетеү һымаҡ әле) өйөрөнә әйләндерергә ынтылған фашист-нацистарҙан һәм уларҙың мәғәнәһеҙ юлына эйәргән НАТО берләшмәһе илдәренә ҡаршы һуғышҡан ир-азаматтар һөйләр, серҙәрен уртаҡлашыр, илар-көлөр был юлъяҙмала. Мин һәр геройым менән икешәр-өсәр сәғәт аралашырға тырыштым, сөнки, хәлдәр нисек, тип кенә, ҡыҫҡа әңгәмәлә яугир күңелен яулап та, асып-аңлап та булмай. Улар әңгәмә жанрында ла, уйланыуҙар, йәғни монологтар формаһында ла, шулай уҡ иркен аралашыу, минең күҙәтеүҙәрем рәүешендә лә булыуы бик мөмкин. Осрашып һөйләшеүҙәр блиндажда ла, машинала барғанда ла, йәшенеп ағас ышығында торғанда ла, снарядтар тауышы аҫтында ла, квадрокоптерҙарҙан һиҫкәнеп тә, бер аҙ ҡурҡып та, ләкин күпселек осраҡта бер-беребеҙгә булған оло ихтирам һәм бер уйҙа, бер йүнәлештә барыуыбыҙҙы аңлап, “брат”тар йылылығында, “брат”тар берҙәмлегендә барҙы. Әңгәмәнән һуң тағы ла һүҙ бөтмәй айырылыша, хушлаша алмай торған саҡтарыбыҙ күп булды. Унда Башҡортостаныбыҙҙан килгән һәр кем ҡәҙерле. Ерҙә иң ҡәҙерлеһе тыуған тупраҡ һәм һауа икән, килгән ҡунаҡтарҙан тыуған яҡтарыңдың һулышын, булмышын тоя яугир. Арттан ҡалмай йөрөй улар, хушлашып киткән саҡта моңһоу ҡараштары базаға ҡайтып ятҡас та күҙ алдынан китмәй. – Беҙгә, журналистарға, бында килеү кәрәкме ул? – тип юлдашым, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов бер нисә тапҡыр һораны яугирҙәрҙән. – Кәрәк. Һеҙҙең менән бергә тыуған тупраҡ еҫе, Башҡортостан һауаһы, кешеләренең ҡул йылыһы килә, беҙ быны тоябыҙ, – тинеләр. “СВОими глазами” исемле минең үткән сәфәрҙәге юлъяҙмаларым да ингән китапты яратып ҡабул иттеләр, һораусылар бик күп булды. Аңлашыла, уларҙың тормошо, иптәштәренең тарихы яҙылған унда – таныш та, яҡын да яҙмалар. – Һеҙ тарих яҙаһығыҙ. Беҙҙең заман тарихын, ил яҙмышын, кешеләр, яугирҙәр тормошон. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың, кемдәр икәнен аңлап тораһығыҙ, алдаҡ һәм “юрғанды үҙҙәренә тартҡан” интерпретацияһында өйрәнәсәк киләсәк быуын ысын булған хәл-ваҡиғаларҙы. Ул йәһәттән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, яҙғандарығыҙ ҡәҙерле. Һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, ишетеп, дары еҫен еҫкәп, беҙҙең менән бергә блиндажда йоҡлап, бергә ултырып сәй эсеп, тарих яҙаһығыҙ. Тарих яҙаһығыҙ, беҙ ҙә тарихта ҡалабыҙ! – тип һөйөндөрҙө беҙҙе сығышы менән Архангел районынан булған “Музей” позывнойлы уҙаман. Уйлаһаң, ул бик хаҡлы бит. Һуғыш үтер ул, ә тарих, тере хәтер ҡалыр. Тарих – ул үткән шанлы ваҡиға, ҡылған оло эштәр, заманалар ағышы, хәтер һандығы ғына түгел, унда бөйөк хаҡлыҡ, ҡан-дан менән яҙылған дәүерҙәр хәҡиҡәте лә йәшәй, тантана итә. Тарихлы халыҡ – КӨСлө һәм бәхетле, мәртәбәле халыҡ. “13-сө” етмәй... Был барғанда үҙебеҙҙең журналист икәнде бик белдермәнек. НТВ каналы журналистары һәләк булғандан һуң беҙҙең һөнәр кешеләрен ут эсенә индергеләре килмәй, ғүмерҙәрен һаҡлайҙар. Ә үткән йыл сағыуыраҡ кейем кейегеҙ, арҡағыҙҙа “Пресса” тигән яҙыу булһа, насар булмаҫ, тип өйрәттеләр сәфәргә әҙерләгәндә. Күрәһең, ҡәләм һүҙе һәм камера күҙе Көнбайыш уйынсыларының сәптәренә ныҡлы тейә башлаған, ахыры. Юғиһә, автомат урынына ҡәләм тотҡандарға һунар итеп, ҡурғаш менән атмаҫтар ине. Хаҡлыҡ ялғанды тураҡлағанда, намыҫ-ғәҙеллек ҡағиҙәләрен боҙоу улар өсөн бер ни түгелдер, тип ҡуяһың. Аҙым һайын торған блокпостарҙа ентекләп тикшерә­ләр, йөҙгә ҡарайҙар, багажникты астыралар, ниндәй маҡсат менән йөрөгәнде һорайҙар. Журналист тимәйбеҙ, гумконвой алып килдек, тибеҙ. Ярай ҙа багажникта Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ғафури районы, үҙебеҙҙең нәшриәт йорто ебәргән маскселтәрҙәр, күстә­нәстәр, китап-гәзиттәр бар. Ышаналар. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе БЮТ телехәбәрсеһе Илдар Юлдыбаев бында айҙар буйы йөрөй, уны һәр ерҙә тигәндәй беләләр, ул һәр юлды, һуҡмаҡты иҫендә ҡалдыр­ған. Махсус операция башланғас та ул йыш ҡына бында гумконвой менән килгән, шул осорҙа гумконвой буйынса Хөкүмәттән танытма эшләтеп алған, шул беҙҙе ҡотҡара, шул беҙгә юл аса. Тик оҙаҡ бул­мағыҙ, тиҙерәк йөрөгөҙ, осалар, һаҡ булығыҙ, тип өҫкә төртөп күрһәтәләр поста тороусылар. Ысынлап та, бер йыл эсендә һуғыш тактикаһы бик ныҡ үҙгәргән. Автомат, снарядтар тауышы кәмегән һайын, күктә дрондар, йәғни квад­ро­коптерҙар шаша. Элек кешеләр, техника күп булған урындарға ғына снарядтар, ракеталар бәрә тор­ғайнылар, ә хәҙер бер кеше, бер машина артынан да дрон-камикадзе ебәрергә мөмкиндәр, тип һөйләнеләр. Шуға беҙгә, утлы ҡош тейеп шартла­мағыҙ, тип иҫкәр­теүҙәре. Кәрәкле нөктәләргә барып етеп, егеттәр менән күрешеп, һөйләшеп ҡалабыҙ. Унда үтһәк, тыйыусы юҡ, үҙ һөнәребеҙ, килгән маҡсатыбыҙ буйынса эшләйбеҙ. Үткән йыл беҙ ул батальон яугирҙәре менән бик “брат”лашып киткәйнек, күрге килгәйне таныштарҙы, тик... Кем белә, “13-сө” унда булһа, күп мәсьәләләр башҡасараҡ хәл ителер ине лә. Азат Шамил улы Бадранов республикаға эшкә ҡайтҡас, егеттәр ҙә, беҙ ҙә үҙебеҙҙе ҡал­ҡанһыҙ ҡалған кеүек хис иттек. “Ул булғанда нисектер күңел тыныс, ышаныслыраҡ һымаҡ ине. Мәсьәләләр тиҙ генә хәл ителде. Әле лә яйға һалынған, шулай ҙа “13-сө” етмәй, уның абруйы бында ла кәрәк”, – ти яугир яҡташтар. Уның республикала эше күп, тибеҙ. Беҙҙең ул биләмәләге сәфәрҙе, маршрутты ойоштороусы, нимә ярай, нимә ярамай икәнен аң­латыусы ла булманы, кемгә һыйы­нырға, кемгә таянырға икәнен дә белмәнек. Логистика үҙәгендә хәл итерҙәр, тинеләр юлға әҙер­ләнгәндә, барғайныҡ, яуаплы кешебеҙ үҙе юлда булып сыҡты. Ярай ҙа “Шейх” менән Илдар булды штабта, улар барырға мөмкин булған частар етәкселеге менән бәйләнешкә инеп, бер төрлө юл, эш планын төҙөй алдыҡ. Был биләмәлә булыу, НАТО һуғышсыларына ҡаршы һуғышта ҡатнашыу күптәргә мәртәбә лә, дан-шөһрәт тә, шулай уҡ оло юғары, намыҫлы эш-хеҙмәт тә, михнәтле, ҡайғылы йөк тә, ләкин шуныһы асыҡ: яугирҙәр унда яңы дәүерҙе тыуҙыра. Заман беҙҙе һайланы, ҡорал алып, ил сиген, ил именлеген һаҡлау бурысын ҡуйҙы, мәңге булмаҫ кеүек тойолған ҡан ҡойош беҙҙең быуынға ла тейҙе. Яугирҙәргә ҡарайым да, улар үҙ заманын үҙҙәре тыуҙыра, илдең киләсәген нығытыр еңеүле дәүер яһай, тигән һығымтаға киләм. Байраҡ итеп шанлы, данлы заманын күтәрәсәк улар. Зарланмайынса, һуҡран­майынса. Беҙ барыбер еңәбеҙ, хаҡлыҡ беҙҙең яҡта, тип! Ғәзиз Ватаныңды яҡлау, һаҡлау – ул ғорурлыҡ та, намыҫ та! Яу яланы – ҡайғы, һағыш донъяһы ла, мәкерле уйын майҙаны ла, бер үк ваҡытта үҙ шатлығы ла булған тормош та, тип яҙғайным тәүге яҙмамда. Бөгөн шулай тип тә өҫтәгем килә: һуғыш ҡыры, һуғыш осоро – һәр кешенең, ут эсендәме, тылдамы ул, эйе, һәр кемдең выждан-намыҫының, илһөйәрлегенең, мөхәббәтенең асылын аңлата торған сәбәп тә, индикатор ҙа, үлсәм дә, ғәмле күңел, аҡыллы зиһен торошоноң иң бейек нөктәһе лә. Көсөргәнешле, яуаплы һәм аяуһыҙ мәлдә ошо өс бөйөк төшөнсә – намыҫ, мөхәббәт, ил тойғоһо – үҙен нисек күрһәтә, кешенең бар асылы, бар булмышы, бар йөкмәткеһе ус өҫтөндәге кеүек асыҡ сағыла. Бер төрлө уйлап, икенсе төрлө эшләп булмай был мәлдә. Иң юғары һынау, сынығыу һәм тормоштоң, фанилыҡтың мәғәнәһен аңлау яланы ул бөгөн МХО биләмәһе. Унда һәр кемдең йөҙөндә иң борсоулы, уйсан мәлендә лә Еңеү яҡтылығын, иртәгәһе көнгә ышаныс сатҡыһын күрҙем. Бер кем дә, эйе, һис бер кем дә, юҡ, беҙҙән килеп сыҡмаҫ ул, тип хатта шик тә белдермәне. Еңеүгә булған оло ышаныс, оло ҡаһарманлыҡ йәшәтә, алға әйҙәй уларҙы. “Кеше әжәленән алда үлергә тейеш түгел, йәғни һынып, төшөн­көлөккә, бигерәк тә күңел бөл­гөнлөккә төшөп китергә тейеш түгел. Арала ҡурҡаҡтар ҙа бар, тик уларға һынырға ирек бирергә ярамай. Тәүге яуҙы ҡабул иткән ир-азамат бер ҡасан да тормошта ла, һуғышта ла һынып ҡалмай, тик алға бара. Шунда беҙҙең КӨС! Һәләк булғанда ла ни өсөн, ҡайҙа барғанын белеп, аңлап һәм шәһит булып китә был донъянан. Ә унда уны ожмах көтә, сөнки ысын яугир бер ҡасан да үлмәй”. Бындай фекерҙәрҙе мин унан алда ла ишеткәйнем, был юлы ла бер нисә тапҡыр яҙып алдым. Баймаҡ уҙаманы “Лесник” шулай тине. “Эйе, тамамланмаған эштәр ҡалырға мөмкин, өй ҡыйығы яңыртылмаған, иң изге һүҙҙәр әйтелмәгән, ләкин ярлыҡау алмаған, ғәфү ителмәгән үкенестәр, гонаһтар, бурыстарың ҡалмаһын ине. Таҙа күңелдә, иманлы юлда беҙҙең КӨС!” – Өфө районынан килгән “Иман” шундай фекерҙә. “Ҡайғы-ғазаптарҙы түҙемле итеп кисерә алыу, ә инде тантана ваҡытында байрамда еңеү кинә­нес­тәрен баҫалҡы ҡабул итеү беҙҙең көслө ғәйрәтле икәнде аңлата. Һәр нәмәлә сама белеүҙә беҙҙең КӨСөбөҙ”. Бөрйән бәһле­үәне “Арыҫлан мырҙа” бына шундай ҡарашта. – Һуғыш мәлендә ауылда дискотека ҡуймайыҡ, һабантуй үткәр­мәйек, тиҙәр. Шундай бәхәстәр булып ала. Шуға нисек ҡарайһығыҙ? – тип һораным уларҙан. Һорауға һорау булды. – Бөйөк Ватан һуғышында күңел асмағандармы ни? Эйе, ул осорҙа ла көнөн-төнөн эшләгән апай-еңгәләр, ваҡыт табып, клубҡа йә аулаҡ өйҙәргә йыйылып, күңел асҡан. Йырлашҡан, бейегән, уйын ҡорған, илашҡан, хәсрәтен уртаҡлашҡан, күңелен бушатҡан. Шулай үҙҙәренең тормошона йәм-йән индергән. Йәшлек тә – бер мәл генә. – Тормош дауам итә. Һабан­туйҙан, байрамдан фото-видео ебәрһәләр, рәхәт булып китә. Ҡайтып әйләнгәндәй булам. Унан бигерәк унда, тыуған еремдә, тыныс, яҡшы, мин юҡҡа ғына илемде һаҡламайым икән, тигән татлы уй дәрт-дарман бирә. Байрам булһын, эш тә барһын, ер һөрөлһөн, завод торбаһынан төтөн сыҡһын, тигәндәй, – тине Ғафури районында тыуып үҫкән мөғәллим “Амур”. – Иң мөһиме – ил эсендә ғауға күтәрелмәһен һәм кешеләр ғәмһеҙ булмаһын. Һуғыш миңә ҡағылмай, күрмәйем дә, белмәйем дә, тип йәшәмәһен, һыҙлана, уйлана белһен. Ил, Еңеү өсөн һәр кем кәрәк, беҙгә йылы хаттар яҙған баланан алып үҙенең күҙ нурҙарын ҡушып бәйләп йөн ойоҡтарын ебәргән өләсәйҙәргә тиклем. Һәр кем кәрәк – уйы, ғәмәле, ғәме менән! Беҙ шунда КӨСлө! (Дауамы бар). Мөнир ҠУНАФИН.