Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Лимонлы кишер ҡайнатмаһы

Был ҡайнатма хуш еҫле, тәмле һәм матур була. Тәме буйынса мандаринды хәтерләтә.1 кг кишер, 1 кг лимон, 2 кг шәкәр, бысаҡ осонда ванилин алабыҙ. Баштан кишерҙе таҙартабыҙ, лимонды ҡабығы менән турайбыҙ, төштәрен алабыҙ. Ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға шәкәр ҡушабыҙ. Болғата-болғата 40 минут ҡайнатабыҙ. Иң аҙаҡтан ванилин өҫтәйбеҙ. Банкаларға бушатабыҙ һәм ябып ҡуябыҙ. Матур йәшәгеҙ, өҫтәлдәрегеҙ тулы булһын, дуҫтарым, гел бәхетле булығыҙ! Гүзәл Иҫәнгилдина. "Һаҡмар" гәзите сайтынан.

Был ҡайнатма хуш еҫле, тәмле һәм матур була. Тәме буйынса мандаринды хәтерләтә.1 кг кишер, 1 кг лимон, 2 кг шәкәр, бысаҡ осонда ванилин алабыҙ. Баштан кишерҙе таҙартабыҙ, лимонды ҡабығы менән турайбыҙ, төштәрен алабыҙ. Ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға шәкәр ҡушабыҙ. Болғата-болғата 40 минут ҡайнатабыҙ. Иң аҙаҡтан ванилин өҫтәйбеҙ. Банкаларға бушатабыҙ һәм ябып ҡуябыҙ.

Матур йәшәгеҙ, өҫтәлдәрегеҙ тулы булһын, дуҫтарым, гел бәхетле булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.