"Һигеҙенсе класҡа барғанда мәктәпкә яңы уҡытыусы апай килгәйне. Бик ҡупшы кейемле, ыҫпай, һылыу. Беҙҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар Сәлимә апайҙы. Башҡа уҡытыусыларҙан үҙенең тормошҡа заманса, йәштәрсә ҡарашы, дәртлелеге менән айырылып торғандай ине ул. Балалар менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, ихлас, тиң күреп һөйләшә, һәр саҡ яңы идеялар менән яна, беҙҙе лә рухландыра, ял көндәрендә экскурсияларға алып йөрөй. Тирә-яҡ урман-ҡырҙарҙың атамалары менән ҡыҙыҡһына, белмәгәндәрен ололарҙан һорашып килергә ҡуша. Сәлимә апай килгәс, мәктәпкә һәр беребеҙ атлығып йөрөй башлағандыр тип уйлайым. Дәрестәре лә йәнле үтә ине, класс сәғәттәре лә гел ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды: яңы илдәрҙә тиҫтерҙәребеҙҙең нисек йәшәүе тураһында белдек, бығаса ишетмәгән һөнәрҙәр менән таныштыҡ, эскелектең, тәмәке тартыуҙың ахырҙа нимәгә килтереүе тураһында аныҡ миҫалдарҙа ишеттек һ.б. - ҡыҫҡаһы, ҙур тормош һабағы алдыҡ беҙ унан. Ата-әсәһе эсергә әүәҫ ғаиләләге балаларға ныҡ ярҙам итеүе лә хәтерҙә. Унды тамамлағас, кемебеҙ