Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар әгәр теләһә, уңайлы һәм еңел инә алырлыҡ һайлау участкаһын һайлай ала. Был мөмкинлекте “Мобиль һайлаусы” механизмы бирә. Граждандарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының “Уңайлы булған ерҙә тауыш бир” (“Голосуй, где удобно”) бүлегендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған һайлау участкалары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Мәғлүмәт инвалид һайлаусылар өсөн генә түгел, өлкән йәштәгеләр, башҡа аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн дә файҙалы була ала. Унда һайлау участкаһының номерын, уның адресын, тауыш биреү бүлмәһенең ниндәй ҡатта урынлашыуын, шулай уҡ пандустар, ваҡытлыса һалынған юлдар, персоналды саҡырыу төймәһе, лифттар булыуы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Тулы мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма:http://bashkortostan.izbirkom.ru/v2024/?CID=1322 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика биләмәһендә һайлау үтә. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙ