Найти тему
Башҡортостан гәзите

Килегеҙ, ҡарағыҙ, «көйөгөҙ»!

Өфөләге “IBA чемпиондар төнө” турнирында ҡатнашыусылар үҙҙәренең көнәркәшселәренең исем-шәрифтәрен белде. Шулай итеп, һөнәри бокс төнө 8 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында була. Төп алышта республикабыҙҙан Артур Собханғолов (6-0, КО 4) Токио ҡалаһында үткәрелгән Олимпия уйындары, Венгрия чемпионы Галосом Роландом (6-0, КО 2) менән осраша. Был IBA (8 раунд) версияһы буйынса Европа чемпионы титулын яҡлау була. Әйткәндәй, быйыл апрелдә Өфөлә “Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондары төнө” турниры үтте. Төп алышта күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында призлы урындар яулаған Артур Собханғолов (6-0, КО 4) судьяларҙың берҙәм тауышы менән румын Джеймс Череджиҙы еңде (19-4, КО 7) һәм 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауына лайыҡ булды. Июль уртаһында ул Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһында үткәрелгән “Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондар төнө” турнирында Танзаниянан Кесей Абеида Касонгоны еңде. 8 августа шулай уҡ Башҡортостандаан тағы бер вәкил – Данис Ғабрафиҡов – 67 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә Монголиянан Мишельт Баттумир менән осраша. Тағы билдәле спортсыбыҙ Азалия Әминева был шоуҙа беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул Танзаниянан Рехема Абдаллах менән көс алыша. 19 йәшлек Егор Козорезов Һиндостандан еңелеү белмәгән Акшай Чахал менән көс һынаша. Турнир Iron&Gloves халыҡ-ара бокс федерацияһы (IBA) тарафынан Рәсәйҙең Бокс федерацияһы булышлығында ойошторола. Генераль партнер – “Лигалар ставкаһы” букмекерҙар компанияһы. Билеттарҙы түбәндәге һылтанма буйынса алырға мөмкин: https://afisha.yandex.ru/ufa/sport/liga-stavok-noch-chempionov-iba “Өфө-Арена”ла Рәсәй һәм сит ил боксерҙарының ете сағыу ярышы була. Турнир “Матч-ТВ” телеканалында күрһәтелә. Сара Өфө ваҡыты менән 18.30 сәғәттә башлана. Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы. + 14